26 майҙа Сибайҙың үҙәк майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе Олег Озеров һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров V «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының символик плитаһын һалыуҙа ҡатнашты. Тантаналы сара форумдың эшлекле программаһын дауам итте. Радий Хәбиров форумды ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ Урал аръяғын үҫтереүгә өлөш индергәндәре өсөн дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр иҫәбендә - «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсында Гран-при яулаусы, Сибайҙа йәшәүсе Нух Ҡооев та бар. Республика башлығы уға «Лада Гранта» еңел автомобиле асҡысын тапшырҙы. - Һеҙгә килгән һайын ихтирам һәм рәхмәт белдергем килә. Сибай - йәш, үҫешкән, матур ҡала, ә сибайҙар - эшһөйәр һәм көслө кешеләр. Бөгөн беҙ ҡатмарлы осорҙо бергә үткәрәбеҙ. Илебеҙгә, республикабыҙға ярҙам иткәнегеҙ, бар һынауҙарҙы иңгә-иң терәп, башты юғары күтәреп үтеүебеҙ өсөн рәхмәт әйтке килә. Артабан да Сибайҙың үҫешенә булышлыҡ итербеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров үҙ сығышында. Фото: glavarb.ru