26 майҙа Сибайҙа «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡытай халыҡ-ара бизнесын үҫтереү үҙәгенең генераль директоры Ли Яньцзюн менән осрашты. Улар төрлө эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса ике яҡлы хеҙмәттәшлекте тикшерҙе. Башҡортостан Башлығы сит ил ҡунағына инвестиция форумында ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Ҡытай Халыҡ Республиканың төп партнерҙарының береһе булыуын билдәләне.- Тауар әйләнешенең ҙур булыуына ҡарамаҫтан, әлегә беҙҙә Ҡытай иҡтисады менән тәрәнерәк берләшеү бәйләнештәре юҡ, - тине Радий Хәбиров. - Ошо йәһәттән үҙ-ара килешеп эш итеүҙең һәйбәт потенциалын күрәбеҙ, һәм, һис шикһеҙ, һеҙҙең менән эшләргә теләйбеҙ. Башҡортостанда Ҡытай бизнесына төрлө өлкәләрҙә уңайлы шарттар булдырырға әҙерҙәр. Атап әйткәндә, беҙ республикабыҙҙа йыйыу производстволарын локалләштереү мөмкинлеген ҡараған Zoomlion үҙйөрөшлө машиналар эшләү компанияһы менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.Халыҡ-ара бизнесты үҫтереү буйынса үҙәктең генераль дире