Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сая ҡыҙҙар булдыра ул!

“Барыһын да кадрҙар хәл итә” – әүәлгесә көн ҡаҙағында Буш торған пункттар булмаһын Ауыл халҡына медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу һәм хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу мәсьәләһе һуңғы йылдарҙа ҙур иғтибар йәлеп иткән көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Иҫке медицина учреждениелары, фельдшерһыҙ буш торған медпункттар халыҡ араһында ҙур ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырыуы билдәле инде. Ошо ауыр хәлдән сығыуҙың бер юлы, медицина ойошмаларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү Рәсәй Президенты башланғысы менән юл ярған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты йүнәлештәренең береһе булды. Дәүләт ауыл ерҙәренә эшкә юғары белемле белгестәрҙән тыш, урта медицина звеноһы кадрҙарын да йәлеп итергә тырыша. Ошо маҡсатта 2015 йылда “Ауыл фельдшеры” программаһы индерелде лә инде. Был яңылыҡтар ауыл халҡына, айырыуса төпкөл биләмәләрҙә йәшәгәндәргә, медицина ярҙамын көсәйтеүгә булышты. Былтыр, мәҫәлән, республиканың медицина ойошмаларына 3 003 табип һәм урта медицина белемле 5 735 кеше урынлаштырылды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Дәүләт программалары белгестәргә тәжрибә туплауҙан тыш, профессияға ярашлы күнекмәләрҙе һәм сифаттарҙы үҙләштерергә ярҙам итә. Матди дәртләндереү ҙә баһалап бөткөһөҙ ҙур ярҙам. Былтыр “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларына ярашлы, республикала 54 табип 1,5 миллион һум күләмендә, 37 табип бер миллион һум, 30 фельдшер 750-шәр мең һум һәм биш фельдшер 500-әр мең һум аҡса алды. Балтас үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары, табип-онколог Раушания Рәфис ҡыҙы Хәбипова ошо мөһим программаларҙы ҡабул итеүҙең район тормошона ҙур үҙгәрештәр алып килеүен билдәләне. – Коронавирус инфекцияһын кисергәндәр араһында онкология осраҡтарының артыуын, айырыуса алтмыш йәштән олораҡтарҙың яман сиргә йышыраҡ юлығыуын күрәбеҙ. Яңы заманса ҡорамалдарҙа эшләүҙең сирҙәрҙе иртәрәк асыҡларға, аныҡ диагноз ҡуйырға булышыуы, һис һүҙһеҙ, статистикаға үҙгәрештәр индерә. Сирҙәр артыуының бер сәбәбен яңы технологияларҙы киң ҡулланыуҙа, диагнозды иртәрәк асыҡлай белеүҙә, тип әйтергә лә мөмкин. Бөгөн күкрәк биҙе, үпкә, ашҡаҙан шештәре күберәк осрай. Дауаханаға нисәмә йылдар хыял иткән маммограф, һанлы флюорограф, ФГДС аппараты, колоноскоп кеүек яңы ҡорамалдарҙың алыныуына шатланып бөтә алмайбыҙ. Заманса аппараттар пациенттарға теүәл диагноз ҡуйыуҙы еңелләштерҙе, – ти Рәсәй һәм Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау отличнигы Раушания Рәфис ҡыҙы. Табипҡа 34 йыллыҡ хеҙмәт дәүерендә байтаҡ һынауҙарҙы үтергә, һөйөнөс-көйөнөстәрҙе кисерергә тура килгән. Төбәктең 19 300 кешеһен хеҙмәтләндереүҙең үтә яуаплы бурыс булыуы бәхәсһеҙ. – Районда бөгөн 139 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм дүрт табиплыҡ амбулаторияһы эшләй, былтыр яңы модулле медицина пунктының сафҡа инеүе халыҡҡа ҙур шатлыҡ булды. Төбәгебеҙгә үҙебеҙҙең ерлектә тыуып үҫкән, туған-ырыуы ошонда тамырланған, ауылдаштарының йәшәйеше менән бала саҡтан яҡшы таныш “үҙебеҙҙекеләр”ҙең эшкә ҡайтыуы һөйөндөрә, – ти Раушания Рәфис ҡыҙы. – Бына шул белгестәрҙең береһе – Алһыу Раил ҡыҙы Хәйруллина һеҙҙең алдығыҙҙа… “Мәшәҡәтле булһа ла, эшемде яратам” Табип-эпидемиологтар тураһында лаҡаптар, ҡушаматтар халыҡ араһында “йөҙөп” йөрөй. Бөтә донъяны ялмап алырҙай булып бик тиҙ таралған йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәшеү эпидемиологтан “детектив”, “шымсы”, “эҙәрмән” сифаттарын талап итә, тиҙәр. Кешелек бит борон-борондан төрлө эпидемия һәм пандемиялар менән бик йыш йөҙгә-йөҙ осрашҡан. Насар туҡланыу, бысраҡлыҡ, медицинаның түбән кимәле ҡот осҡос һыу сәсәге, ваба, тиф сирҙәренә килтергән һәм миллионлаған кешеләрҙе ҡырған. Әлбиттә, хәҙер санитария торошо ла, фән үҫеше лә икенсе. Донъялағы ҡайһы бер сирҙәрҙең таралыуын туҡтатырға, икенселәрен контролгә алырға тура килгән. Тап бына ошо хәүефле эпидемиологик хәлде Алһыу кеүек белгестәр күҙәтә лә инде. – Пермь медицина университетын тамамлағас, тыуған Балтасыма ҙур теләк менән эшкә ҡайттым. Эпидемиолог урыны бушаясағын көтөп алдым. Хатта дипломды ҡулға алғандан һуң ял итеп тә торманым, шунда уҡ эшкә сыҡтым, – ти Алһыу Раил ҡыҙы. Былтыр “Ауыл табибы” программаһына индем, 1,5 миллион һумлыҡ сертификат алып һөйөндөм. Йәш белгестәр өсөн көтөлмәгән социаль ярҙам. Әлегә ул аҡсаны тотонорға уйламайым, ваҡыт күрһәтер әле, тим. Ғөмүмән, хеҙмәт хаҡын лайыҡлы, тип иҫәпләйем. Ҡайһы бер белгестәрҙе алмаштырып торорға ла тура килә, өҫтәп аҡса түләйҙәр. Хеҙмәтем айырым кешене һауыҡтырыуға йүнәлтелмәгән, ә тотош халыҡ тураһында хәстәрлекте үҙ өҫтөмә алырға тейешмен. Мин башҡарасаҡ санитар - иҫкәртеү саралары киң ҡоласлы, бер нисәһе менән генә таныштырып үтәйем. Йоғошло һәм йоғошло булмаған күләмле сирҙәргә шик тыуғанда, мотлаҡ дәүләт власы органдарын, етәкселәрҙе иҫкәртергә бурыслымын. Ауырыуҙарҙы асыҡлау, дауаханаға һалыу, эпидемиологик күрһәткестәр буйынса ашығыс иҫкәртеү сараларын үткәреү, йоғошло сир усағын һәм барлыҡҡа килеү сәбәбен асыҡлау, өҫтәмә койкалар йәйелдереүҙе ойоштороу, дарыуҙар запасын булдырыу, вакцинацияны уҙғарыу һәм башҡа оператив хәл ителеүсе бурыстар эпидемиолог иңендә. Һыу-тупраҡ, аҙыҡ-түлек сифатын тикшереп торабыҙ, ваҡ кимереүселәр һәм бөжәктәр ҙә күҙ уңынан ысҡындырылмай – йоғошһоҙландырыу саралары үткәрелә. “Сая ҡыҙҙар булдыра ул!” Эпидемиологтың төп бурысы – этиология агентының, мәҫәлән, микробтың нисек таралыуын аңлау, төрлө хеҙмәттәрҙе йәлеп итеп, сәбәптәрҙе бөтөрөү өсөн төрлө санитар-эпидемиологик саралар үткәреү икәнен аңланыҡ. – Алһыу, күп кенә өҫтөнлөктәре булыуына ҡарамаҫтан, хеҙмәтегеҙҙең хәүефле икәнен дә билдәләргә кәрәк, хатта йоғошло сирҙе үҙегеҙ ҙә йоҡтороуығыҙ ихтимал бит, көн һайын күпме документтар, ҡағыҙ менән эшләргә тура килә! – Әлләсе, ул хаҡта уйлап та ҡарағаным юҡ. Яратҡан һөнәрҙең дә ялҡытҡыс, ҡытыршы яҡтары булалыр инде. Уның ҡарауы, был профессияға ихтыяж һәр саҡ бар һәм буласаҡ. Йоғошло сирҙәрҙең таралыу хәүефе беҙҙе һағалап ҡына тора. Халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау, ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу буйынса мөһим эш башҡарыуыбыҙ менән ғорурланам ғына. Һүҙ юҡ, отчеттар, ҡағыҙ эше ваҡытты күп ала. Көн һайын нисә вакцина яһалғанын, пландың үтәлешен контролләйем. Мәҫәлән, яңы ғына ҡыҙылсаға ҡаршы утыҙ доза вакцина килтерелде, тимәк, уларҙы участкаларға тиҙерәк таратырға тейешбеҙ. Энцефалитҡа, ҡыҙылсаға, ҡотороу сиренә ҡаршы прививкалар яһайбыҙ. Эпидемиолог пациенттарҙы ҡабул итмәй, ул эпидемия сығанағын асыҡлай һәм уны бөтөрөү өсөн көс һала, медицинала бик әһәмиәтле өлкә ул. Раушания Рәфис ҡыҙы әйтеүенсә, эпидемиолог ҡаты характерлы, талапсан һәм экстремаль шарттарҙа тиҙ ҡарар ҡабул итеүсән белгес булырға тейеш. “Ә Алһыу Раил ҡыҙы тап шундайҙарҙан, ҡыйыу, тәүәккәл, осҡор ҡыҙ. Уға өмөтөбөҙ ҙур”, – ти баш табип урынбаҫары. Йәш белгестең тыуған яғында ныҡлы тамыр ебәрәсәгенә ышаныс бар – сая ҡыҙға Балтастың эшһөйәр егете тәҡдим яһаған. Ә ғаилә бәхете – кеше ғүмеренең талмаҫ ҡанаты, йәшәргә һәм эшләргә көс-дәрт биреүсе. Балтас районы. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.