Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы бара. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сығышын күрһәтеү барышында инвестиция һабантуйының рәсми сайтына украин хакерҙары һөжүм итте. Сайтта Украина армияһының IT-баннеры барлыҡҡа килде. DDоS техник хеҙмәттәре һөжүмде кире ҡаҡты, сайттың функцияһы тергеҙелде. "Бөгөн беҙҙең Урал аръяғы форумына Украина яғынан хакер һөжүме яһалды. Моғайын, украиндарҙы ниндәй инвестициялар, ниндәй сит ил партнерҙары килеүе, ниндәй килешеүҙәргә ҡул ҡуйылыуы борсойҙор. Был беҙҙең сараның ни тиклем сифатлы, һөҙөмтәле икәнен күрһәтә", - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Билдәле булыуынса, кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Украина оборона министрының "Башҡорттар ни өсөн һуғыша?" тигән һорауына яуап бирҙе. "Мин - Башҡортостан Башлығы, мин - башҡорт. Бурысым - республикабыҙҙы үҫтереү, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу, иҡтисади үҫеште тәьмин итеү. Һеҙҙең менән килешәм, Башҡортостан, ысынлап та, көслө төбәк.