Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, 26 майҙа "Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында бизнесҡа идара итеү һәм стратегия буйынса Global Management Challenge Башҡортостан кубогының финалы уҙҙы. Чемпионатты төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ярҙамында Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы ойошторҙо. Финалда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов сәләмләне. "Global Management Challenge эшҡыуарлыҡта идара итеү звеноһы белгестәрен формалаштырыуҙа һөҙөмтәле инструменттарҙың береһе булып тора. Хәтерегеҙгә төшөрәм, 2021 йылда Башҡортостан чемпионатта ҡатнаша башланы. Беҙ быға бик ҙур тәнәфестән һуң ҡайттыҡ һәм хәҙер һәр саҡ ҡатнашасаҡбыҙ. Маҡсатыбыҙ - эшҡыуарлыҡ өлкәһендә бизнес һәм дәүләт өсөн идара итеүселәрҙең ҡеүәтле составын үҫтереү. 2024 йылда республикала Өфөнөң 450 йыллығына арналған саралар сиктәрендә чемпионаттың милли этабын уҙғарыу күҙаллана", - тине Рөстәм Афзалов. Ҡатнашыусыларға онлайн тәртиптә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Ойоштороу үҫеше һәм стратегик башланғыстар институты директоры Вячеслав Шоптенко мөрәжәғәт итте. Ул йыйылыусыларҙы Рәсәй эшҡыуарлығы көнө менән ҡотлап, уңыштар теләне. Төбәк ярыштарында бөтәһе 17 команда ҡатнашты. Һайлап алыу этабы 2023 йылдың 5-22 майында онлайн уҙғарылды. Төбәк этабы финалында көрәште эшҡыуарҙарҙан, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙән, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларынан, студенттарынан, төбәк ойошмалары, компаниялары етәкселәренән һәм хеҙмәткәрҙәренән торған һигеҙ коллектив дауам итте. Улар - "Үҫеш энергияһы", "Уңыш гаранты", "Zaуралье, алға!", "Төньяҡ-көнсығыш", "Сауҙагәр-КупецЪ", "Теген зонаһы", "Өмөт", DEVON командалары. Бизнес стратегияһы һәм уға идара итеү буйынса Global Management Challenge милли этапҡа әҙерлек барышында Президент академияһы студенттары өсөн махсус төбәк-ара кубок ойошторолдо. Унда Ставрополь һәм Хабаровск крайы, Һарытау, Калининград, Калуга, Свердловск, Владимир, Ырымбур өлкәләре, Санкт-Петербург ҡалаһы командалары ҡатнашты. Шулай уҡ Башҡортостан кубогының финал саралары барышында республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы, Һаҡлыҡ банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Ырымбур филиалы етәкселеге командалары өсөн махсус күнекмә уҙғарылды. Финал ярыштары һөҙөмтәләре буйынса "КупецЪ" командаһы ярыш еңеүсеһе булды, уның составына бизнес-шәрифтәр - Стәрлетамаҡ ҡалаһы округынан Артур Әсәҙуллин, Салауат ҡалаһы округынан Урал Мәғизов, Бәләбәй районы муниципаль районының бизнес-шәрифе Татьяна Горденко һәм Салауат ҡалаһының электр селтәрҙәре муниципаль унитар предприятиеһы директоры Фәнил Моратов инде. Команда икенсе йыл рәттән төбәк этабында еңеү яулай. Быйыл ул Пермдә үтәсәк Global Management Challenge чемпионатының милли финалында республикабыҙ исеменән сығыш яһай. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
"Global Management Challenge" чемпионаты еңеүсеһе кем?
26 мая 202326 мая 2023
2 мин