Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың мәҙәниәт учреждениеларына – театрҙарға, тармаҡ уҡыу йорттарына һәм муниципаль ижади берекмәләргә 12 микроавтобус һәм 14 еңел автомобиль тапшырҙы. Транспорт артистарҙың күсмә сығыштары өсөн файҙаланыласаҡ. Төбәк етәксеһе мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә әүҙем эшләгән өсөн рәхмәт әйтте. – Ошо көндәрҙә Башҡортостанда байрам саралары күпләп ойошторола. Беҙ “Башҡортостан рустары соборы”ның 25 йыллығы айҡанлы конференция, “Китап байрамы” йәрминкәһе һәм “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын үткәрәбеҙ. Байрамдарҙың көн тәртибендә мин ихлас ҡатнашҡан йәнә бер ҡыуаныслы ваҡиға бар: һеҙгә автомобиль асҡыстары тапшырабыҙ, Улар тормошобоҙҙо яҡтыраҡ һәм күркәмерәк итергә мөмкинлек бирәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Бөтә ижади коллективтарға, артистарға ҙур рәхмәт. Яңы техника һеҙгә уңайлы шарттарҙа эшләргә һәм байтаҡ ауыл биләмәләрен сығыштарығыҙ менән ҡыуандырырға мөмкинлек бирер, тип ышанам. Мәғлүм булыуынса, 2024 йылда республиканың барлыҡ театр-концерт ойошмалары яңы автотранспорт саралары менән тәьмин ителәсәк. Әле 500 миллион һумдан ашыуға 94 берәмек техника һатып алынған да инде. Сығанаҡ: glavarb.ru