Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, "Урал аръяғы-2023" һабантуйының эшлекле программаһы сиктәрендә Премьер-министр Андрей Назаров "Аэрокосмик инновация үҙәге" идара итеү компанияһы" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Павел Новицкий менән осрашты. Осрашыу барышында улар Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексының милли проекты сиктәрендә пилотһыҙ авиация системалары өлкәһендә үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Андрей Назаров инвестиция һабантуйының бер нисә йыл эсендә властар һәм бизнес үҙ-ара һөҙөмтәле эш иткән, халыҡ-ара кимәлдә танылыу яулаған майҙансыҡҡа әүерелеүен билдәләне. Башҡортостан ғилми берләшмә менән сәнәғәт предприятиеларының хеҙмәттәшлеген үҫтерә. Һөҙөмтә - уҙған йыл йомғаҡтары буйынса, беҙ Рәсәй төбәктәренең ғилми-технологик үҫеш рейтингында дүртенсе урында. - Пилотһыҙ авиация системаларын әүҙем үҫтерәбеҙ. "РВ-1" радиоэлектрон технопаркын булдырыу буйынса проектты тормошҡа ашыра башланылар. Проект федераль финанс ярҙамы алыуға Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа минист