Өфөлә бөгөн башланған Китап байрамын, һис шикләнмәйенсә, рух байрамы тип атарға булыр ине. Олоғара майҙанды биләгән китап йәрминкәһендә тиҫтәләрсә йүнәлештәге майҙансыҡтар ҡоролдо, уларҙың һәр ҡайһыһында Китап һүҙе яңғыраны. Мәртәбәле сарала "Башҡортостан" гәзите лә үҙенең ҡунаҡтарын йыйҙы. Ижади осрашыуға талантлы һүҙ оҫталары – билдәле прозаик, тәржемәсе Гөлсирә Ғиззәтуллина, шағирәләр Йомабикә Ильясова, Тамара Искәндәриә, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Лариса Абдуллина килде. Улар һәр ҡайһыһы үҙ мәлендә республиканың абруйлы баҫмаһында эшләп киткән. Гөлсирә Мирза ҡыҙы, мәҫәлән, гәзитебеҙгә 18 йыл ғүмерен бағышлаған. Ир-егет яҙыусыларыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы – шағир Хисмәт Юлдашев та йыйылыусылар менән ихлас аралашты. Әҙибәләребеҙ Китап байрамына ҡағылышлы ҡыуаныслы тәьҫораттары менән уртаҡлашты, "Башҡортостан"ға бәйле хәтирәләрен барланы, шиғырҙарын уҡыны. Сарабыҙға килеүселәр уларҙың автографлы китаптарына ла эйә булды. Йәнле аралашыуға әйләнеп киткән осрашыу ҡәләм оҫталарына ла, уларҙы күрергә, тыңларға килгән ҡунаҡтарыбыҙға ла ифрат оҡшаны. Ә беҙ инде, үҙ сиратыбыҙҙа, ошондай йылы аралашыу ойошторғанға ҡыуандыҡ. Редакциябыҙҙың презентация сараһы артабан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүесе – селтәр эшләү, ҡумыҙ сиртергә өйрәнеү буйынса оҫталыҡ һабаҡтары менән дауам итте. Китап байрамы тағы ике көн дауам итәсәк әле. Килеп күререгә ашығығыҙ, төркөмдәштәр! Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.