"Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Хәкимов клубы" ултырышында ҡатнашты. Модератор булып Рәсәй дипломаты, Сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе Олег Озеров сығыш яһаны. Билдәләп үтергә кәрәк, клуб Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы башланғысы менән ойошторолдо. Уның составына дипломаттар, шәрҡиәтсе ғалимдар, Көнсығыш илдәре менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү маҡсатында ғилми һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнәсәк журналистар инде. "Хәкимов клубы" билдәле дипломат Кәрим Хәкимов хөрмәтенә аталды. Ул Башҡортостанда тыуып үҫкән, Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле булған һәм ғәрәп-фарсы донъяһы менән һәйбәт мөнәсәбәттәр төҙөүгә тос өлөш индергән. Радий Хәбиров ултырышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм сараны Башҡортостанда, Кәрим Хәкимовтың тыуған төйәгендә, үткәреү ҡарары өсөн рәхмәт белдерҙе. "Яҡташыбыҙҙы халыҡ-ара берләшмәлә ныҡ хөрмәт итәләр, юғары баһалайҙар. Ул, ысынлап та,