Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Ирәндек моңдары"нда кем еңде?

Баймаҡ районынан Нух Ҡотоев башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" төбәк-ара конкурсының еңеүсеһе тип табылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уға "Лада Гранта" автомобиленең асҡысын тапшырҙы. Йәш һәм өмөтлө йырсы Нух Ҡотоев - йыр-моңға бай Буранбай ауылынан. Дүрт ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләнгә ғаиләлә барыһы ла талантлы. Иң өлкән ағаһы Марсель Ҡотоев 2014 йылда "Ирәндек моңдары" конкурсында беренсе урын алды. Уның юлын ҡустылары ла уңышлы дауам итә. "Дүртенсе тапҡыр "Ирәндек моңдары" конкурсында ҡатнаштым. 2016 йылда беренсе урын алдым. Фәрүәз ҡустым балалар араһында 2012 йылда беренсе урын алды, Вилдан ҡустым 2016 йылда балалар араһында беренселекте яуланы, быйыл дипломат булды. Шатлығым сикһеҙ, минең өсөн көтөлмәгән еңеү! - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Нух Ҡотоев. Афарин! Фото йырсының "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.