Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сибайҙа халыҡ кәсепселәре күргәҙмәһе үтә

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы бара. Уның сиктәрендә төрлө майҙансыҡтарҙа халыҡ оҫталарының һәм эшҡыуарҙарҙың ҡулдан эшләнгән әйберҙәренән бай күргәҙмә эшләй. Халыҡ художество кәсептәрен үҫтереү буйынса фекер алышыу ҙа үтте. Һуңғы ваҡытта республикала туризмды үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Ситтән килгән туристарға үҙебеҙҙең оҫталар эшләгән әйберҙәрҙе күрһәтеү һәм һатыу йүнәлешендә төрлө саралар, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре үтә. Бөгөн дә оҫталар тарафынан ниндәй генә ҡул эштәре юҡ! Кемдер ағастан эшләнгән һауыт-һаба тәҡдим итһә, икенселәре мәрйендән күҙҙең яуын алырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре, селтәр-ҡашмауҙар эшләгән, алҡа һәм беләҙектәрҙең ниндәйҙәре генә юҡ! Бөрө ҡалаһынан Ольга Волочкованың төрлө милләт ҡурсаҡтары, Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылынан Хөснә инәй Исламбаеваның ҡайын туҙынан эшләгән һауыттары, Ҡариҙел районы оҫтаһы Илдар Искәндәровтың ағас һауыт-һабалары барыһын да һоҡландырҙы. "Мосафир” брендын булдырған Азамат Юлдашбаевтың күндән эшләнгән әйберҙәре хәҙер инде бар донъяны яулап өлгөрҙө. Ейәнсура районынан килгән дебет шәлдәр коллекцияһын Альфред Ваһапов тәҡдим итте. Уның "Ейәнсура шәле" проекты грантҡа лайыҡ булған. Әйткәндәй, 2020 йылда инвестиция һабантуй барышында тәүге тапҡыр үткән «Ҡаҙ һәм бал» халыҡ-ара фестивале быйыл да сараның иң сағыу өлөшө буласаҡ. Республиканың иң оҫта халыҡ кәсептәрен тергеҙеүселәр һәм уны дауам итеүселәр хаҡында гәзитебеҙҙең киләһе һандарында таныштырырбыҙ. Автор фотолары.