Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тыуған ҡалаһын һағынып ҡайтҡан

Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ике тапҡыр “Юлдаш хит”, дүрт тапҡыр “Болғар” премияһы, “Яңы татар йыры”, Ваһапов фестивалдәре лауреаты Морат Ғайсиндың сәхнәләге 15 йыллыҡ ижадына арналған байрам кисәһе үтте. Йыр театрының яңы концерт прог­рамма­һын “Юлдаш” радиоһының билдәле алып барыусылары Йәмил Ишмөхәмәтов, Филүс Ҡасимов, Айбулат Сәсәнбаев башынан аҙағынаса күңелле итеп ойошторҙо. Морат Ғайсиндың бала сағынан алып бөгөнгөһөнә тиклемге ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы бәйән итеү йыр-моң менән үрелеп барҙы. Һуңғы 13 йылда Ҡазанда ижад итһә лә, Морат Ғайсин тыумышы менән Өфөнән. Дүрт-биш йәш самаһында малайҙың көйләп йөрөгәненә бер туған апаһы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлшат Ғайсина иғтибар итә, һәм Морат тиҙҙән махсус музыка мәктәбендә уҡый башлай. Мәктәптә баян класында белем алған сағында уҡ ул халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурс­тарында ҡатнашып лауреат була. Бер үк ваҡытта йырға оҫталығы асыла. Мәктәптән һуң Өфө дәүләт сәнғәт ака­демияһында башҡорт музыка ҡоралда­ры факультетында, аҙаҡ эстрада бүлегендә белем ала. Үҙе йырлап ҡына ҡалмайынса, көйҙәр ижад итеүе менән дә билдәле ул. Бөгөнгә 500-ләп йыр яҙған. Йырсы-композиторҙың 35 йәшлек юбилейына арналған концертта ла күпселек ул ижад иткән йырҙар яңғыраны. Моңло ла, йөкмәткеле лә йырҙар һәр тамашасының күңеленә үтеп инде. Иҙрис Ғәзиев, Алһыу Бәхтиева, Венер Камалов, Гөлшат Ғайсина һәм башҡа билдәле сәхнә йондоҙҙарының да ҡатнашыуы моң кисәһен тағы ла сағыуыраҡ итте. – Өфөнө һағынып ҡайттым. Ҡазанда йәшәү, эшләү ижадым өсөн ҙур тәжрибә бирҙе. Киләсәктә тыуған ҡаламда төпләнеү ниәтем дә ҙур, – ти Морат Ғайсин. - Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА