1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Ошо уңайҙан динебеҙҙә йәш быуынға мөнәсәбәттең ниндәй булырға тейешлеге хаҡында иҫкә төшөрәйек. Ғаиләле кешенең иң ҙур бурысы ниндәй? Әлбиттә, яҡшы балалар үҫтереү. Йәмғиәтебеҙҙә лә – ҙур ғаиләбеҙҙә – йәштәрҙе тәрбиәләүгә етди иғтибар бүленергә тейеш. Әҙәм балаһының ғүмере ҡыҫҡа – ергә мәңгегә килмәгән. Әммә ул үҙ артынан яҡшы исем, өлгө, үрнәк, лайыҡлы алмаш ҡалдырырға бурыслы. Йәшәйеш ҡанундарын, йолаларын, динен, телен, мәҙәниәтен һәм башҡа рухи ҡиммәттәрен дауам итерҙәй, һаҡларҙай ул-ҡыҙҙары юҡ икән, бындай кешенең ғүмер һөрөүенән ни фәтүә? Тимәк, йәштәргә дөрөҫ юл күрһәтмәгән йәмғиәттең дә тамыры ныҡлы түгел тигән һүҙ. Балаларҙы динебеҙгә яҡынайтыу өсөн тәү сиратта уларҙы үҙебеҙ менән бергә төрлө дини сараларға алып йөрөргә кәрәк, әммә йыш ҡына бының киреһе күҙәтелә, ололар айырым йыйылырға ғәҙәтләнгән. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙан килгән ошо хатҡа иғтибар итәйек: “Мәсеттә төрлө саралар, дини байрамдар ойошторолһа, беҙҙең имам-хатип балаларҙы алы