Бер кем дә “тормошо һәр саҡ матур, яҡшы, уңышлы, ҡыуаныслы һәм бәхетле мәлдәрҙән генә торор” тип инана алмай. Ни тиһәң дә, һәммәбеҙҙең йәшәйеше үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ. Берәүҙәр яҙмышына күнеп көн итә, икенселәр һынауҙар алдында юғалып ҡалмай, тормош юлдарын үҙҙәре теләгәнсә үҙгәртеп ебәреүсән. Роза ла тап шундайҙарҙан. Ҡатындың тормошо ҡасандыр әкиәтте хәтерләтә ине. Һәр хәлдә, уны яҡындан белмәгәндәр шулай уйлағандыр. Ире менән икәүләшеп йәш саҡта уҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлағайнылар. Шулай итеп, байтаҡ ваҡыт үтеп, ярайһы ғына тәжрибә туплағас, шәхси фирма ойошторҙолар. Ҡыҙҙары ла, күптән юғары белем алып, үҙ ғаиләһен ҡорҙо. Ул ата-әсәһенә ауырлыҡ килтермәй, шулай уҡ ире менән йүнселдәр. Тик бына ҡыҙҙары башлы-күҙле булғас ҡына, ҡатын үҙенең бай, мул, етеш, әкиәти тормошта бөтөнләй яңғыҙ ҡалыуын, хатта күңел асып һөйләшер кешеһенең юҡлығын асыҡланы. Эштә генә ул – һәр кемгә кәрәкле етәксе, оҫта ойоштороусы, яҡшы иҡтисадсы һәм бай тәжрибәле юрист. Шуға ҡатын фирманы