Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мәрйәмдең “бәхете”

Күп осраҡта ҡатындың бәхете ғаиләләге хәлгә туранан-тура бәйле. Әгәр уның балалары имен-һау, бәхетле, ә ире менән мөғәмәлә яҡшы икән, тимәк, тормошо ла күпкә көйлө бара, тигән һүҙ. Тик барыһы ла әҙәм теләгәнсә бармай шул тормошта. Мәрйәмдең дә бик оҙаҡҡа һуҙылманы бәхете. Йәш кенә көйө ун йәшкә олораҡ кешегә кейәүгә сыҡҡан ҡатын башта үҙен бәхеттең етенсе генә түгел, хатта меңенсе ҡатында йөрөгәндәй хис итте. Бер-бер артлы бына тигән ҡыҙы, улы донъяға килеп, ғаилә тормошон йәмләп ебәрҙе. Ләкин был тыныс, матур мөхит оҙаҡҡа барманы: Мират өйөнә спиртлы эсемлектәр тейәп ҡайтырға ғәҙәтләнде һәм тамам “йәшел йылан” менән дуҫлашты. Бер көн генә түгел, аҙналар буйы һуҡмыш йөрөгән ир ҡатынына ҡул күтәрә, уны балалары менән өйҙән ҡыуып сығара башланы... Бик оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгәндән һуң, бындай тормоштан тамам арыған, башҡаса түҙер тәҡәте ҡалмаған ҡатын “йәшел йылан”дан дауалаған имсе ҡарсыҡҡа барырға булды. Уныһы иргә бер ағыулы үлән төнәтмәһен файҙала­нырға ҡушты ла: “Бик һаҡ ҡыланырға, самаһын белеп кенә эсерергә кәрәк, юғиһә аҙағы насар бөтөүе бар”, – тип киҫәтте. Ҡарсыҡ Мәрйәмгә оҙаҡ ҡына аңлатҡандан һуң: “Ана шул төнәтмәне эскән спиртлы эсемлегенә ипләп кенә ҡушырһың”, – тип өҫтәне. Әммә Мәрйәм имсе ҡарсыҡтың төнәтмәне самалап ҡына эсереү кәрәклеге хаҡында киҫәтеүен оноттомо, әллә башҡа сәбәптәнме, “дарыу”ҙы файҙаланып, күпмелер ваҡыт үткәс, Мираттың сәләмәтлеге ҡаҡшап, аҙаҡтан бөйөрө бөтөнләй насар эшләй башланы. Ахырҙа ул алкоголле эсемлектәргә башҡаса үрелмәне, ә Мәрйәм ауырыу ирен тәрбиәләне. Ҡатындың тормошо шулай бер аҙ тынысланды, ә бына башҡа мәшәҡәттәре артты... Айһылыу НИЗАМОВА