Башҡортостан тәбиғәте шул тиклем матур, үҙенә күрә ожмах мөйөшө ул. Уның ҡәҙерен белеп, кинәнеп йәшә генә! Урман-ҡырҙарыбыҙҙы ғына алайыҡ, уларҙа әллә күпме шифалы үлән үҫә: йыбанмай, йыйып киптер ҙә файҙалан. Мәҫәлән, эргә-тирәбеҙҙе йәмләп ултырған бәпембәнән әҙерләнгән төнәтмә бауырҙы таҙарта, организмдан токсиндарҙы ҡыуа. Йүкә сәскәһенән эшләнгәне иһә ҡан баҫымын төшөрә, тынысландыра, һалҡын тейгәндә лә ныҡ файҙалы, әммә уның менән артыҡ мауығырға ярамай, юғиһә йөрәккә көс төшөүе ихтимал. Арабыҙҙа шифалы үләндәр тураһында бик яҡшы хәбәрҙар дуҫтарыбыҙ байтаҡ. Бөрйән районының Ҡолғона ауылында йәшәгән, оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Зиләрә Мөлөкова – тап шундайҙарҙан. Ул Әбйәлил районының Хәмит ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Уның ошондай матур тәбиғәт ҡосағында буй еткереүе лә тәбиғәт серҙәре, шифалы үләндәр тураһында күберәк белергә булышлыҡ иткәндер, моғайын. Зиләрә Рәүеф ҡыҙы тәү ҡарамаҡҡа ябай күренгән уҫаҡ ҡайыры тураһында түбәнд