Һалдаттар араһындағы дуҫлыҡ оҙаҡ йылдар дауамында дауам итә, ә яуҙаштар өсөн ул бигерәк тә көслө тойғо. Ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ, гвардия сержанты Риф Шәйхетдиновтың хәрби дуҫы Азат (исеме үҙгәртелде) яугир әсәһенең хәлен белешергә килде, зыяратта булды, тип яҙа Илеш районының “Маяҡ” гәзите. Яҡташыбыҙ Риф Шәйхетдинов мотоуҡсылар ротаһында хеҙмәт итә. Быйыл ғинуар аҙағында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булды. Азат уның менән 2022 йылдың июнь айында махсус хәрби операция зонаһына юлланған. “Риф бик яҡшы кеше ине, алсаҡ, һөйкөмлө. Һәр ваҡыт үҙ фекере булды, ярҙам итергә әҙер ине. Ҡыйыу, фиҙакәр, тоғро дуҫ булып хәтеремдә ҡаласаҡ ул. Әсәһенең һәм яҡындарының йыуатып булмаҫлыҡ оло ҡайғыларын уртаҡлашам. Ҡаһармандарса һәләк булған иптәшемдең яҡты иҫтәлеген һәр саҡ иҫтә тотасаҡмын”, – тине хәрби дуҫы. Абдулла ауылы клубы стенаһына ҡуйылған мемориаль таҡта янында булып, Азат сәскә һалды, бер минутҡа тын ҡалып, яугирҙе иҫкә алды. Ынйы Ғилманова фотоһы.