“Матур китаптар – ғәжәйеп күренештәр сығанағы, көҙгө аулаҡтағы серҙәш, яңғыҙлыҡта иптәш, көсһөҙлөктә ярҙамсы, хәсрәттәрҙә шатлыҡ килтереүсе, фекерҙәрҙе нурландырыусы, үткән замандарҙың хәлдәрен һөйләп тороусы, тарихты хикәйәт итеүсе...” Аҡыл эйәһе, мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдиндең был һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Ысынлап та, китап беҙҙең тормошобоҙҙа кескәй саҡтан алып олоғайғанға тиклем мөһим роль уйнай. Мөғжизәле хазина бит ул, ғүмер буйы үҙенә тартып, саҡырып тора. Уның тәжрибәле уҡытыусы, аҡыллы тәрбиәсе икәнлеге лә бәхәсһеҙ. Ураҙ ауылы китапханаһы янында ойошторолған драма түңәрәге ағзалары менән тап шул нәфис әҙәбиәт, китаптың яҙмышыбыҙҙағы роле, әһәмиәте хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. Драма түңәрәге 2019 йылдан эшләп килә. Уның әүҙем ағзалары фәһемле спектаклдәре менән ауылда ғына түгел, Ураҙ, Ишкен, Зәйнәкәй, Ҡунаҡбай, Мәҫкәү, Яңы Байрамғол, Рәсүл, Ҡоҙаш, Иҫтамғол, Ишмәкәй, Ҡолош, Наурыҙ сәхнәләрендә сығыш яһарға өлгөрҙө лә инде. Уларҙы бар ерҙә көтөп алалар, артистарҙың ролдәрҙе еренә еткереп башҡарыуын, күңел биреп, йөрәк аша үткәреп уйнауҙарын йылы ҡабул итәләр. Түңәрәктә төрлө һөнәр эйәләре шөғөлләнә: баҡсасы, табип, хужабикә, музыка мәктәбе уҡытыусыһы, китапханасы... Иң олоһо – Венера Һәүбәнова сығышы менән Рысай ауылынан. Мәктәпте тамамлағас, Өфөгә училищеға юллана, унда йәшелләндереү оҫтаһы һөнәренә уҡый. Шишмә ҡасабаһы питомнигында хеҙмәт юлын башлай. Һуңынан медицина училищеһында белем ала. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында шәфҡәт туташы булып эшләй. Яҙмыш ҡушыуы буйынса Учалыға ҡайтырға тура килгәс, 3-сө мәктәптә “Үҫемлектәр донъяһы” түңәрәген алып бара. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, ҡул ҡаушырып ултырырға уйламай, баҡса эше, китап уҡыу, спектаклдәрҙә уйнау менән шөғөлләнә. “Йәштән китап уҡырға, театрға йөрөргә яраттым. Өфөгә барған һайын берәй спектакль ҡарамайынса ҡайтмайым. Китапхана – яратҡан урыным, ә сәхнәлә башҡарған ролдәремдең бөтәһе лә күңелемә яҡын. Шулай ҙа иң яратҡан образым – Рәшит Хөсәйеновтың “Изге ялған” драмаһындағы әсә роле. Геройҙарымдың кисерештәрен тамашасыға еткерергә тырышып, һәр саҡ уйланып йөрөйөм”, – ти ул, ғорурланып. Ураҙ балалар музыка мәктәбенең оҫта бейеүсеһе Марат Зиннуров та – китаптар донъяһына һәм сәнғәткә ғашиҡ шәхес. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәни-ағартыу техникумын тамамлағандан һуң Учалы ҡалаһының “Төҙөүселәр” клубында 15 йыл эшләй. “Халыҡ театры” исеменә лайыҡ булған был күркәм коллектив менән беренсе тапҡыр ҙур сәхнәлә сығыш яһаным. Төрлө ролдәр башҡарҙым. Райондың байтаҡ ауылдарында, сит өлкәләрҙә лә булдыҡ”, – тип әңгәмәгә ҡушыла Марат Ғәзиз улы. Театр уның өсөн, әйтерһең дә, мөғжизә иле. Сәнғәткә һөйөү әсәһе Шәмсиҡәмәр апайҙан күскән. Заманында данлыҡлы режиссер Булат Имашевтың колхоз-совхоз театрында барған спектаклдәрендә ҡатнашҡан ул, йырларға ла, бейергә лә, мандолинала уйнарға ла әүәҫ булған. Марат Зиннуров Ураҙ музыка мәктәбендә ун йылдан ашыу бейеү дәрестәрен алып бара. Ҡаланан йөрөп эшләй. Шул арала спектаклдәрҙә уйнарға ла өлгөрә, репетицияларҙа ҡатнаша. Сәнғәткә ғашиҡ тағы бер һәүәҫкәр артист Ынйы Солтанова Белорет районының Тирлән ҡасабаһынан. Аҙаҡ Учалы районының Яңы Байрамғол ауылына күсеп киләләр. Мәктәп эскәмйәһендә үк Ынйының сәнғәткә ынтылышы билдәле була. Һәр кисәлә әүҙемлек күрһәтә, йырлай, бейей, спектаклдәрҙә ҡатнаша. VIII класта уҡығанда ҡыҙҙы Уральск ҡасабаһына ҙур йомғаҡлау концертына саҡыралар. Бындағы оло сәхнә уға йыһан киңлегендәй тойола. Мәктәпте тамамлағас, Мейәс медицина училищеһына уҡырға инә һәм “Йәшлек” татар һәм башҡорт ансамбленә йөрөй башлай. Һабантуйҙарҙа, баҫыу стандарында, смотрҙарҙа, китапханалар эшендә әүҙем ҡатнаша. “Беҙ, сәнғәткә, әҙәбиәткә ғашиҡ балалар, бер класта уҡыныҡ: Әхәт Мортазин, Айрат Ғарипов, Мәҡсүҙә Шаһизатова, Флүрә Хәлиуллина һәм башҡа бик күптәр. Китап уҡырға әүәҫ булдыҡ, китапхана барыбыҙҙың яратҡан урыны ине”, – тип хәтергә ала ул. Артабан Ынйы Солтанова Уральск балалар баҡсаһында тәрбиәсе-шәфҡәт туташы булып эш башлай. Шул уҡ ваҡытта данлыҡлы “Ләйсән” ансамблендә шөғөлләнә. Ф. Ҡәләмова апай менән фольклор төркөмөндә театрлаштырылған тамашалар ҡуялар. Ураҙға йәшәргә килгәс тә, Ынйы Солтанова китапхананан, сәхнәнән айырылмай. Һуңғы биш йылда драма түңәрәгендә Т. Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр”, Р. Хөсәйеновтың “Изге ялған”, Н. Хафизовтың “Ҡәйнә күңеле”, Г. Әхмәтҡужинаның “Нисек түҙә йөрәк?” драмаларында иҫтә ҡалырлыҡ ролдәр башҡара. Һәүәҫкәр артист Рәшит Саттаров менән интермедияларҙа, скетчтарҙа уйнай. Үҙ өҫтөндә даими эшләп, Е. Петросяндың тамашаларын, “Мунса ташы” театрының комедияларын һәм башҡа сәхнә әҫәрҙәрен өйрәнә. Иң яратҡан роле – “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” спектакленән 12 балалы ҡатын. Ынйы Солтанованың һуңғы йылдарҙа күреү һәләтенең насарланыуы ғына бер аҙ күңелде ҡыра. Шулай ҙа ул шөғөлөнән айырылмай, репетиция ваҡытында уға әҫәрҙең йөкмәткеһен уҡып ишеттерәләр. Һәүәҫкәр һүҙҙәрҙе тиҙ отоп ала. Оҫта гармунсы Венер Ишкилдин да әҙәбиәт менән йәштән ҡыҙыҡһынған, сәнғәткә ғашиҡ һәүәҫкәр артистарҙың береһе. Тыуған яғы – Архангел районының Абҙан ауылы. Башланғыс класта уҡығанда уҡ гармунсылар ансамблендә шөғөлләнә. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ совхоз-техникумына уҡырға инә, агроном һөнәрен үҙләштерә. Йылдар буйы мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашып килә. “Нисек түҙә йөрәк?” спектаклендә төп ролде бирелеп, кинәнеп уйнауын тамашасылар яратып ҡабул итте. Түңәрәк ағзаларының иң йәше Илүзә Заһиҙуллина мәктәпте тамамлағас, Учалы ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә, штукатур-маляр һөнәрен үҙләштерә. 2004 йылда ғаиләһе менән Ураҙға күсенеп килә. Алты йыл Учалы ҡала дауаханаһының йоғошло ауырыуҙар бүлегендә санитарка булып эшләй. Һаулығы ҡаҡшауы сәбәпле, 2013 йылда уға инвалидлыҡ бирелә. Илүзә мәктәптә уҡыған сағында уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зифа Шаһиева ойошторған драма түңәрәгенә ихлас йөрөгән була. Китаптар уҡырға ярата. “Китапханасы Нәркизә Шәйәхмәтова түңәрәккә саҡырғас, ихлас риза булдым. Күптәнге хыялым тормошҡа ашты. Спектаклдәрҙә уйнау миңә ҡыйыулыҡ өҫтәй, үҙ-үҙемә ышаныс тыуҙыра”, – ти Илүзә Рәйеф ҡыҙы, йылмайып. Китапхананың күҙгә күренмәгән бихисап эшенән тыш, драма түңәрәге ойоштороп, райондаштарына рухи байлыҡ өләшкән изге күңелле, тура һүҙле, эше өсөн янып йәшәгән Нәркизә Шәйәхмәтованы яҙмышы китап донъяһы менән ғүмерлеккә бәйләгән. Сәфәр ауылы мәктәбен тамамлағас, Белорет педагогия училищеһының мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү бүлегенә уҡырға инә. Һуңынан Учалы ауылына эшкә ҡайта, тормошҡа сыҡҡас, Ураҙ ауылында төпләнәләр. 2010 йылдан алып китапханасы булып эшләй. “Мәктәптә уҡығанда класс етәксебеҙ Солтан Мөхәмәт улы Баҡыев “Иртә ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта” спектаклен ҡуйҙыртты. Мин Раушания исемле ҡыҙҙы уйнаным. Шунан һуң миндә сәхнәлә сығыш яһау, ролдәрҙе өйрәнеү теләге тыуҙы. Драма әҫәрҙәрен мөкиббән бирелеп уҡый башланым”, – тип үткәндәре менән уртаҡлаша Нәркизә Ғабдрахман ҡыҙы. Китапхана – һәр саҡ үҙенә тартып торған мәҙәни усаҡ. Уның ҡуҙын һүндермәй эшләгән китапханасыбыҙ булыуы менән бәхетлебеҙ. Ауыл халҡы Нәркизә Ғабдрахман ҡыҙын үҙ вазифаһына яуаплы ҡарағаны, ғәҙел, егәрле булғаны өсөн ихтирам итә. Китапхана ишектәре һәр ваҡыт халыҡҡа асыҡ. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙең береһе, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Резида Әхәт ҡыҙы, ауылдашының хеҙмәтен юғары баһалап, былай тине: – Нәркизә Ғабдрахман ҡыҙы Ураҙ китапханаһында эшләй башлағас, эш шул тиклем ныҡ йәнләнде. Мин уның энергияһына, дәртенә, идеялар менән янып йәшәүенә һоҡланып бөтә алмайым. Оҙаҡ йылдар ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе булды. Матур спектаклдәр менән ауылдаштарын һәм райондаштарын ҡыуандыра. Ҡасан сценарийҙарын яҙып өлгөрәлер?! Уңған ауылдаштарына арнап, байтаҡ видеофильм төшөрөп, интернет селтәренә ҡуйҙы. Дүрт бала әсәһе лә бит әле ул! ”Донъяла аҡыллы һәм ырыҫлы булғың килһә, китап уҡы”, – тигән шағир Нурмөхәмәт Йомрани. Хаҡ һүҙҙәр! Мин дә барлыҡ кешене китап уҡыуҙан айырылмаҫҡа саҡырам. - Фәриҙә СИТДИҠОВАУчалы районы, Ураҙ ауылы