Сәсенә сал төшә башлаһа ла, һалдаттарса туп-тура кәүҙәле, һәр саҡ йылмайып торған был ағай – Әсҡәт Сөләймәнов Ишембай районының Ураҙбай ауылынан. Илебеҙҙә Сик буйы һаҡсылары көнөн билдәләгән мәлдә уның менән аралашыуыбыҙ осраҡлы түгел, әлбиттә. Ул заманында тап ошо ғәскәрҙәрҙә лайыҡлы хеҙмәт иткән кеше. 50 йәше тулып үтһә лә, йәшлек йылдарын, айырыуса әрмелә хеҙмәт иткән саҡтарын һағынып иҫкә алырға ярата Әсҡәт ағай. Ул 1989–1991 йылдарҙа армияға саҡырыла. – Тап ошо ғәскәрҙәргә барып эләгеүегеҙгә нисек ҡаранығыҙ? – тип һорайым. – Әлбиттә, беҙҙә һайлау мөмкинлеге юҡ ине, ләкин үҙебеҙҙе хәрби комиссариаттан бик ентекле, иләк аша үткәреп һайлап алғандарын беләм. Ул саҡта сик буйы ғәскәрҙәре Дәүләт именлеге комитетына (КГБ) ҡарай ине бит, етди ойошма (йылмая – авт.). Туғандарҙы, атай-әсәйҙе тикшерҙеләр, ғаиләлә хөкөмгә тарттырылған кеше булмаҫҡа тейеш ине. Иләктән үткәреп алынғанға күрә ғорурланып хеҙмәт иттем, – тине ул. Һалдат Читаға барып эләгә. Ҡытай менән Рәсәй сиген һаҡлай улар. Әс