Армияла булған егеттәр хаҡында элек-электән “донъя күреп ҡайтҡан, сыныҡҡан, абруйлы шәхестәр” тиҙәр. Ишембай районының Алаҡай ауылында йәшәгән Михаил Скорняков та бала сағынан “хәрби хеҙмәткә барам” тигән маҡсат менән үҫә, 18 йәше тулыу менән армияға китә. – 1984 йылдың 7 ноябрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылдым. Эстониялағы Таллиннда сик буйы ғәскәрҙәре отрядында хеҙмәт иттем. Уҡыу курсын үткәндән һуң, Прангли утрауына эләктем. 2-се сик буйы заставаһында “Кредо” ер өҫтө разведкаһы станцияһы командиры сифатында хеҙмәт иттем. Был утрау Финляндияның Хельсинки ҡалаһынан 44 километр ғына алыҫлыҡта. Маҡсат илебеҙ сиген тәртип боҙоусыларҙан һаҡлау ине һәм был бурысты намыҫ менән үтәнем, – тип һөйләп алып китте әңгәмәсем йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп. Өлгөлө хеҙмәте өсөн Ватан һаҡсыһының күкрәген I һәм II дәрәжә “Сик буйы ғәскәрҙәре отличнигы” билдәләре биҙәй. Сержант хәрби исемендә тамамлай ул үҙенең ил алдындағы бурысын. – Элек армияға бармау егет өсөн хурлыҡ һанала торғайны. Олатайым да әрме