Найти в Дзене

Йәшлеккә ҡайтыу (Хикәйә)

Ауыл хужалығы техникумына барырға йыйынып та, көтмәгәндә маҡсатымды ҡырҡа үҙгәртеп, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән Сибай ҡалаһының медицина училищеһына имтихандарҙы уңышлы ғына тапшырып, уҡырға инеп ҡайтҡайным, һайлаған һөнәремдән үтә лә риза, ҡәнәғәт ҡалған әсәйем “алдан төйнәнеп, әҙерләнеп ҡуйыуың хәйерле” тип, тилбер йүгермәләп йөрөп, көнэлгәре мине өҙәрем юлға йыйындыра ла башланы. Тәүбаш­тағы теләгемдән тайпылып, яңы урын һайларға маташыуымды, аҙым һайын мине ирештерергә теләп, семетеп алырға, яйы сыҡҡан һайын түбәнһетергә әүәҫ кесе апайым, һәр ваҡыттағыса, әсе төрт­төрөп баһаланы: “Ҡапаҡайланып шулай итереңде алдан һиҙгәйнем дә, ниндәй генә ер белгесе, агроном сыҡһын инде һинән?! Ҡара эшкә барымың юҡлығы әллә ҡайҙан күренә. Бисә-сәсәнекенә тартым сибек ҡулдарың бигерәк нескә, скрипкасыныҡы һымаҡ оҙон бармаҡ­тарың ауырыу ағзаларың­дағы тишек-тошоҡто соҡоуҙан арыға эшкинмәй!” Ҡабаланмай-ҡарһаланмай, бер нимәне лә онотоп ҡалдырмай тәфсирләп тыҡшырып, урын-еренә еткереп теүәлләү – кәр

Ауыл хужалығы техникумына барырға йыйынып та, көтмәгәндә маҡсатымды ҡырҡа үҙгәртеп, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән Сибай ҡалаһының медицина училищеһына имтихандарҙы уңышлы ғына тапшырып, уҡырға инеп ҡайтҡайным, һайлаған һөнәремдән үтә лә риза, ҡәнәғәт ҡалған әсәйем “алдан төйнәнеп, әҙерләнеп ҡуйыуың хәйерле” тип, тилбер йүгермәләп йөрөп, көнэлгәре мине өҙәрем юлға йыйындыра ла башланы. Тәүбаш­тағы теләгемдән тайпылып, яңы урын һайларға маташыуымды, аҙым һайын мине ирештерергә теләп, семетеп алырға, яйы сыҡҡан һайын түбәнһетергә әүәҫ кесе апайым, һәр ваҡыттағыса, әсе төрт­төрөп баһаланы: “Ҡапаҡайланып шулай итереңде алдан һиҙгәйнем дә, ниндәй генә ер белгесе, агроном сыҡһын инде һинән?! Ҡара эшкә барымың юҡлығы әллә ҡайҙан күренә. Бисә-сәсәнекенә тартым сибек ҡулдарың бигерәк нескә, скрипкасыныҡы һымаҡ оҙон бармаҡ­тарың ауырыу ағзаларың­дағы тишек-тошоҡто соҡоуҙан арыға эшкинмәй!” Ҡабаланмай-ҡарһаланмай, бер нимәне лә онотоп ҡалдырмай тәфсирләп тыҡшырып, урын-еренә еткереп теүәлләү – кәрәкле һәм мөһим мәшәҡәт. Артмағыма йыуыл­ған, үтекләнгән кейемдәрем, йөҙө­нөң бер яҡ сите китек балғалаҡ, әлүмин көрөшкә, аяғөҫтө ҡабып тәғәмләнер ризыҡтарым, атап әйткән­дә, бер банка яңы айыртыл­ған ҡаймаҡ, ярты түтәрәм ҡомалаҡ икмәге, самауыр эсенә һалып бешерелгән ике-өс бөртөк йоморт­ҡа, төйөрөм тауыҡ бото һалынды. Юғалып ҡуйыуҙан йә таланыуҙан ҡурҡып, өс унарлыҡ ҡағыҙ аҡсаны балаҡтары тубыҡтарыма ҡәҙәр төшөп торған ҡара ситса трусигыма бәләкәй янсыҡ әтмәләп, шунда һалдыҡ, кеҫәмә әрһеҙләшеп һорау­һыҙ тығылһалар ҙа, башҡаһын тикшереп темеҫкенергә баштары етмәҫ. Йәшерен кеҫә, тигәндәй, әсәйем теген машинкаһы менән уны дүрт-биш тапҡыр уратып һырып теккәйне, Сибайға килгәс әле, йәмәғәт бәҙрәфенә инеп боҫоп, лезвие менән һүтеп аса-ысҡындыра алмай бер булып этләнелде. Талаусы юлбаҫарҙар мөлкәт-байлы­ғымды тапҡан хәлдә лә ошолайтып, минең ише ҡыялырға, йонсорға теләмәй иренеп, ҡул ғына һелтәрҙәр ине барыбер. Беҙгә уҡыуҙың беренсе көнөнән үк өҫтөбөҙгә аҡ халат, башыбыҙға ҡалпаҡ кейеп килергә ҡушҡайнылар, шуға дауаханала ашнаҡсы булып эшләгән әсәйем уңып бешкән икмәктәй түбә өлөшө ҡабарынҡы башлығын бүләк итте, ауыл кибетендә ундай һөнәри кейем һатылмағас, санитарка Мәрхәбә апайҙан “фәҡәт бер айға ғына” тип йыуа барып һарғылт төҫкә ингән халатын үтескә алып торҙом. Шулай итеп, уҡыу йортоноң иң беренсе, тайпылышһыҙ мөҡәддәс бурысы үтәлде, ә ҡалғандары инде ваҡ мәсьәлә. Иртәгә китергә тигән көндә, оҙаҡҡа алыҫ сәфәргә йыйынғандай, тәбиғәткә сығып әйләнеп, урман-ҡырҙар менән хушлашып, мәңгегә киткәндәй бәхилләшеп ҡайтҡан булдым. Яманһыулап, кәйефһеҙ генә кис клубҡа сыҡҡайным, яңылыҡты ишетеп өлгөргән тиҫтерҙәрем: “О-о-о, доктор Айболит килә ята лабаһа!” тип шау-гөр килеп ҡаршы алды. Ҙурлауҙары күңелемә майҙай яғылды. Ул саҡта беҙҙең тарафҡа маршрут автобусы йөрөмәгәнлектән, уңыш мәлендә элеваторға ашлыҡ ташыған йөк машина­һының арба­һына һағып киттем. Иҙәндәй тигеҙ, туптай тығыҙ иген өҫтөнә ябылған брезентта аяҡ-ҡулдарыңды ян-яҡҡа йәйеп, эсе күпкән тәлмәрйендәй тырпырап ятыуы үтә лә яйһыҙ йә берәй йәбешеп барыр тотанағы юҡ, соҡор-саҡырлы боролмаларҙа бына-бына тәгәрәп төшөп ҡалыр хәлдәмен. Ете юл сатында ятҡан Юлдыбайға етеп, ҡырсынташҡа төшкәнсе, үткән-һүткән ылауҙарҙан инмәле лә сыҡмалы урман һуҡ­мағынан күтәрелгән туҙан болото бейектә, асманды япҡан янғындай, әллә ҡайҙан ауалап күренә. Ҡояш байыр мәлдә Сибайға килеп төшкәндә, саң ҡойононан өҫ-башым бысранып, эт алғыһыҙға ҡалып буялып бөткәйне, тештәрем, күҙ аҡтарым ғына ағарып күренә, ә маңлайымдан, биттәремдән шыбаҡ­шып һырғалаған тиргә теге ҡәһәрле туҙан болғанғанлыҡтан, сырайым ҡарасман негрға уҡ тартмаһа ла, кипкән кәүҙәһенә һоро-көңгөрт тән тиреһе һылашып ҡатҡан бәҙәүи сүл ғәрәбенә оҡшап ҡалғайны. Аҙаша-төртәләнә, ауырлыҡ менән ыңҡ-мыңҡ килеп һорашып-белешеп, унда-бында бәрлегеп-һуғылып, элеваторҙан ҡала үҙәгенә сыҡтым, Киров урамында урын­лашҡан ике ҡатлы йорттан торған “Ирәндек” ҡунаҡха­наһын көскә эҙләп таптым. Йорт, башҡа­ларынан айырмалы рәүештә, аҡбалсыҡ менән штукатурланғайны, шуға әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә саҡырып, әйҙәп тора. Көтмәгәндә-уйламағанда, бәхетһеҙле­гебеҙгә ҡаршы ҡайҙан килеп юлыҡты был берәҙәк, тигәндәй шикләнеп, тексәйеп, паспорт урынына силсәүиттә яҙылған мисәтле белешмә мәғлүмәттәрен ҡат-ҡат ентекләп тикшереп ҡара­ғандан һуң ғына, рыя ҡабул итеп, теләр-теләмәҫ кенә ике кешелек бүлмәгә үткәрҙеләр, өҫтәүенә ҡайта-ҡайта инеп, шикләнеп күҙәтеп мәшәҡәтләнделәр, әйтерһең дә, мин ниндәйҙер башкиҫәр, юлбаҫар, сит планетанан килгән рәбәғәтһеҙ, ҡойто йән эйәһе! Тынғылыҡ бирмәй, өҙлөкһөҙ ишеккә башын тығып администратор ҡыҙ маҙаһыҙлай, етмәһә. Таш фатирҙа яралып, ҡала “теплицаһы” шарттарында үҫкән был тәтәйбикә баштан уҡ күңелемә ятманы; уның буяҡ-кремдар һылашҡан һөймә­лекһеҙ бит-йөҙө, яһалма сүстән әтмәләнгән ҡабарынҡы сәсе, уҡтай ҡаҙалырға әҙер оҙон керпектәре, әруахты хәтерләтеп килешһеҙ аҡһыл төҫкә буялған йоҡа ирендәре, тыртыҡ буй-һыны, ҡаҡ һөйәктән хасил, ҡыу һайғауҙай нәҙек сираҡтары, хатта өҫтөндәге кейеме уйынсыҡтар кибетенең түренә ҡуйылған ҡурсаҡ­тыҡына оҡшаған. Тәтәйбикә бәйләнсек, юҡ йомошто бар итеп, йәнә килеп инде лә, кемлегемде тулыһы менән асыҡ­ларға теләпмелер, ташбыҡ күҙҙәрен ҡыҫа төшөп, һораулы ҡарашы менән тексәйҙе: “Вы хоть немного понимаете русский язык?” “Великого русского языка штүли? Сәпсим шүт-шүт, – тип башҡортсалап өҫтәп ҡуй­ҙым, – шәкәр-сәйлек, икмәк тоҙлоҡ ҡына” “Откуда, из каких окраин взялись… такой странный, неземной?..” Аң-зиһене һай ғына түгел, тап-таҡыр әҙәмдәй мәғәнәһеҙ итеп көлөп ебәрҙем дә: “Из психбольницы я, түлке сегодня выпустили, временно, целых два месяца пролежал там взаперти, теперь на свободе, вүлней казак, теперь для развлечения сжигай, что хочешь, режь кого вздумается!” – тинем. Зым-зыя юҡҡа сыҡты, башҡаса күренмәне теге, һипһенгәндер, шөрләгәндер, күрә­һең, бәләһенән баш аяҡ, тип ҡул һелтәгәндер. Шуныһы ҡулай, бүлмәлә бер үҙем генәмен. Һуң шулай булмай тағы, аҡты ҡаранан айырмаған рухи имгәк, ҡанһыҙ башкиҫәр менән кем генә йәнәш ятырға теләһен, йөрьәт итһен?! Хөрриәт. Аулаҡ. Рәхәт. Кис буйы кейем-һалымымды һөртөп таҙартып, бит-йөҙөмдө әҙәм рәүешенә индерергә тырыштым. Йыуыныу бүлмәһендә башымды кер һабыны менән йыуғандан һуң, стенаға беркетелгән көҙгөгә ҡара­ғайным, унан миңә сәстәре хәтәр тырпайған, ташбыҡ күҙле, ҡолғалай муйынлы, арыҡ буй-һынлы, һынһыҙ шүрәлегә тартым ҡарпыш ҡолаҡлы ғифрит ҡараны. Көтмәгәндә ят, һипһендергес кешене тап иткәндәй, күрергә теләмәгән һармаҡ әҙәмде осратҡандай, үҙ ҡиәфәтемдән үҙем ҡурҡып киттем. Иртән торғас, еңелсә тамаҡ ялғап алыу уйы менән беренсе ҡаттағы буфетҡа төштөм, һауытҡа ҡойолған ҡатыҡ, табала бешерелгән майик­мәкте хәтерләткән түңәрәк ҡабартма һатып алдым. Һауыттың башы төҫлө ҡурғаш менән көпләнгәйне. Үҙем менән бәке-маҙар йөрөтмәгән­лектән, быны нисегерәк асалар икән, тип тәғәмләнергә, ингәндәрҙе бер килке ситтән күҙәтергә лә тура килде. Ә уның ғилләһе ябайҙан-ябай икән дәбаһа, бары шешә тишегенә баш бармаҡ менән баҫырға ғына кәрәк, бына бит донъя күрмәгәнлек, рәт-яй белмәгәнлек, наҙанлыҡ нимә эшләтә! Биләгән өҫтәлемә яҡынлаусы табылманы, бер үҙем ултырып тамаҡландым. Бүлмәмде админис­тра­торға тапшырып, әйберҙәремде төйнәп китергә йыйынғайным, ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәре, аяҡлы бәләнән еңел, бәләһеҙ генә ҡотолғанлыҡтарына сикһеҙ ҡыуа­нып, тотош төркөм менән күтәрмәгә сығып, күҙ яҙлыҡҡансы ҡарап оҙатып ҡалды. Моғайын да, ҡурҡышынан йөрәге тотоп ҡайтып киткәндер, теге тәтәйбикә генә күренмәне. Арыу уҡ оло йәштәге, ҡырҡылған түмәрҙәй ҡыҫҡа буйлы, биттәре арҡырыға йәйелгән, тума­лаҡ күҙле мәрйә, башҡаса килеп йөрөмә беҙҙең тирәгә, мәлғүн, тигәндәй, ҡулдарын минең тарафҡа һоноп суҡындырҙы. Был дини хәрәкәтте мин хәйерле юл теләү тип ҡабул иттем. Ҡаланың беренсе участкаһында саман өйҙәргә оҡшатып байтаҡ оҙон итеп эшләнгән, шифер ҡыйыҡлы бер нисә барактан ойошҡан училище ҡаласығына йәйәүләп киттем. Уҡыу корпустары, студенттар өсөн ятаҡ, ашхана – бөтәһе бер урында икән. Тимер юл аръяғындағы төпһәндең төбөндәге ҡаҡланда урынлашҡан ер, бында автобус маршруты йөрөү ҡаралмаған, йәнәһе лә. Уҡырға ингәс, әле өс йыл буйы ошо уҡыу йортон ҡала дауаханалары менән тоташтырып, иртәле-кисле әллә күпме ыҙала­насаҡмын әле. Арматуранан йәбештереп ҡор­шал­ған оло ишектәре ян-яҡҡа шар асылған ҡапҡаның башына зәңгәр төҫкә буялған киҫелгән ҡалай хәрефтәр менән “Сибайское медицинское училище” тип яҙылған алтаҡта элгәндәр. Ҡаласыҡҡа инмәҫ элек әле, уң ҡулдағы баракта теген ком-бинатының ятағы урынлашҡан. Бында башлыса ҡыҙ-ҡырҡындың йәшәүе бәхәсһеҙ, тимәк, күрер күҙҙе йәмләр матурлыҡ бар, ожмах эргәлә генә, быныһы һәйбәт, тип уйлап ҡуйҙым. Алтаҡтаға килгәндә, урта­ҡул кимәлендә әүәләнгән ижад емеше йәмһеҙ һәм әрпешерәк килеп сыҡҡан, эш мәнеһе, шөғөл рәте белмәгән берәй йүнһеҙе маташтыр­ғандыр, күрәһең. Ҡыйыуһыҙ ҡаранып, ышанысһыҙ аҙымлап эскә үткәс, әлегә иртә булғанлыҡтан, артмаҡлаған әйбер­ҙәремде төп корпустың өй нигеҙенә һалдым да килгән-киткәндәрҙе ентекләп күҙәтергә тотондом. Байрамса кейенеп алып, шау-гөр килеп, ҡулдарына гөлләмәләр тотоп әле үтәһе тантанаға ағылғандарҙың, исмаһам, берәүһе минең яҡҡа ҡараш ташлаһасы, иғтибар итһәсе, юҡ бит, әйтерһең дә, төбәлеп бағыуға лайыҡһыҙ, тигеҙ ерҙә урынһыҙ һерәйгән түңгәкмен, ҡош-ҡорт өркөтөргә ҡуйылған баҡса ҡарасҡы­һымын. Кинәт кенә ауылға ҡайтҡым килеп китте нишләптер; башы эштән сыҡмаған йонсоу йөҙлө әсәйемде, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған халаттың хужаһы, әҙәм күҙенә салына һалып бармаған, күрмәлекһеҙ, ҡылыйлауы­раҡ, уң аяғы ҡарыш самаһы ҡыҫҡа булғанлыҡтан аушаңлап атлаған аҡһаҡ Мәрхәбә апайҙы, йөк башына мендереп ултыртып, хәйерле сәфәр теләп оҙатып тороп ҡалған ырҙын табағы мөдире – энә йотҡан бурҙайҙай тыртыҡ кәүҙәле Ғиниәт ағайҙы, шауҡал һынлы туҡал һыйырыбыҙҙы, ҡайтып инә белмә­гән Аҙғын ҡушаматлы кәзәбеҙҙе, өрөү-абалауҙың ни икәнен белмәгән ялбыр йөнлө этебеҙ Алғырҙы, ҡаймаҡ туҡылған һинд сәйен генә үҙһенгән Принцесса ҡушаматлы аҡ бохар бесәйебеҙҙе иҫкә төшөрөп юҡһындым. “Әллә бөтәһен дә күтәреп һуғып, ҡайтырға ла китергәме? Кемгә кәрәгем бар бында минең, кемгә хәжәтмен, танһыҡмын?.. Юҡ, ярамай, ярты юлда туҡтап ҡалып, мәленән алда ҡул күтәреп, еңелеп өйрәнмәгәнмен… – Кинәт күңелем­дә тыйып торғоһоҙ сәм уянды. – Ниңә илаҡ малайҙай мәмәйләнеп тораһың әле, ҡыйыу ҡылан, әрһеҙ бул, Хәйҙәр!..” (Дауамы бар). - Хәйҙәр ТАПАҠОВ