Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, "УК Стар Нафта" компанияһы Әлшәй районында бройлерҙарҙың инкубация йомортҡаһын етештереү буйынса репродуктор төҙөргә уйлай. Етештереү ҡеүәте йылына 40 миллион йомортҡа тәшкил итәсәк. Шулай уҡ бында йылына 100 мең тонна бройлер ите етештереүсе цех та төҙөләсәк. Инвестпроекттың икенсе йүнәлеше - ауыл хужалығы ерҙәрен 100 мең гектарға тиклем еткереү, ауыл хужалығы техникаһы алыу, иген һаҡлау урындары булдырыу. - Ҡош ите етештереү - төбәк өсөн мөһим йүнәлеш. Шуның өсөн инвесторға ярҙам итәсәкбеҙ. Республикала бының өсөн шарттар бар, – ти Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. “УК Стар Нафта” компанияһының генераль директоры Альбина Ғәзизованың билдәләүенсә, тимер юл аша Ҡытайға продукция оҙатыуға берҙәм эксперт нөктәһе лә булдырыласаҡ. Был илгә ҡатнаш аҙыҡ, ҡош ите ебәреү мөмкинлеге бирәсәк. - Һаҡлыҡ банкы бына инде бер нисә йыл Башҡортостанда ҙур инвестпроекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа төп партнерҙарҙың береһе булып сығыш яһай, -