Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы бара. Йыл һайын үткәрелгән сараны Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе менән берлектә ойоштора. Маршруттар төпкөл райондар халҡы ла медицина ярҙамын, шул иҫәптән тар белгестәрҙән, алһын өсөн уңайлы итеп ойошторолған. Иглин районынан башланды Күсмә медицина комплекстары 55 район биләмәһендә эшләй. Уларҙың составында флюорографтар, һанлы маммографтар, сәләмәтлек үҙәктәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары бар. Ҡан һәм биохимик анализдар алына. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре күпләп теркәлгән райондарға өҫтәмә рәүештә Республика кардиология үҙәгенең мобиль медицина комплекстары ебәрелә. Акция 2019 йылдан бара, быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелә. Ошо ваҡыт эсендә унда 340 мең кеше һаулығын тикшерткән. 15 сентябргә тиклем үткәреләсәк сара Иглин районынан башланды. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башланғандан алып, медицина белгестәре 12 096 кешене ҡабул иткән. 3580 тикшереү, шу