Ишембай үҙәк район дауаханаһының неврология бүлеген етәкләгән Руфина Вәлиеваны төбәк халҡы үҙ эшен яратып башҡарған, бар күңеле менән һөнәренә бирелгән табип булараҡ белә. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, ҙур ныҡышмалылыҡ һәм тырышлыҡ күрһәтеп белем алған, кешеләргә ярҙам итеүҙән йәм тапҡан, ипле холоҡло, яғымлы хеҙмәткәрҙе коллегалары ла хөрмәт итә. Руфина Ғәзинур ҡыҙы Ишембай ҡалаһында тыуып үҫә, ошондағы 3-сө урта мәктәптә белем ала. Аҡ халат кейеп, кешеләрҙе дауалау хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында бер нисә тапҡыр медицина университетына инеп ҡарай, әммә конкурстан үтә алмай. Ҡаршылыҡтар алдында баҙап ҡалмаған тырыш ҡыҙ ваҡытты бушҡа үткәрмәү өсөн Стәрлетамаҡ медицина колледжында стоматология буйынса уҡый. Ниһайәт, 2005 йылда маҡсатына өлгәшә – Пермь дәүләт медицина академияһына уҡырға инә. Артабан Өфөлә неврология буйынса интернатура үтеп, 2012 йылда тыуған төйәгенә – Ишембай дауаханаһына эшкә ҡайта. 2015 йылда тырыш, белемгә ынтылышлы табипты неврология бүлеге мөдире итеп тәғә