Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡотоп штурманының исеме онотолмай

Өфөлә тыуып үҫкән билдәле ҡотоп штурманы Валериан Альбанов барельефына бөгөн сәскәләр һалынды. Был сараларҙың уның тыуған көнөндә уҙғарылыуы, байтаҡ почетлы ҡунаҡтар ҡатнашыуы менән дә иҫтәлекле булды ул. Тәбрикләү һүҙе менән иң элек Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов сығыш яһаны. Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы мөдире Тимур Сәфәрғәлиев штурмандың тыуған көнө төрлө сараларға бай булыуын да билдәләп үтте: - 2021 йылда штурмандың йәнтөйәгендә Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсылар музейы булдырылды. Башҡортостандан сыҡҡан ҡотопсоларға арналған музейға ҡыҙыҡһынып килеүселәр һаны арта бара. Унда төрлө оҫталыҡ дәрестәре, осрашыуҙар ҙа уҙғарыла. Валериан Альбановтың шәхси әйберҙәре һаҡланыуы менән дә беҙҙең музей үҙенсәлекле, - тип һөйләне Тимур Илгиз улы. Әлеге сарала сит өлкәләрҙән ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Уларҙың береһе Пенза өлкәһенең дәүләт әҙәбиәт-мемориаль музейҙар берекмәһенең генераль директоры урынбаҫары Оксана Христофорова үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты: -Өфөгә беренсе тапҡыр килдем һәм бик матур тәьҫораттар алдым. Шул тиклем йәмле ҡала, кешеләре лә ихлас. Бөгөнгө сара барыбыҙҙы ла бергә тупланы. Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсылар музейы хеҙмәткәрҙәре менән танышыу ошондай матур бәйләнеш булдырҙы. Ярты йыл ғына ваҡыт үтеүгә ҡармаҫтан, емешле хеҙмәттәшлек көтөлә. Һәм был бәйләнеш артабан да нығынасаҡ, тип уйлайым. Бөгөн “Китап байрамы” халыҡ-ара күргәҙмәһен дә күрәсәкбеҙ. Республика Башлығының, унда йәшәүселәрҙең китапҡа, китап нәшер итеүгә мөнәсәбәте һоҡландыра. Беҙ, Әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре өсөн, был айырыуса һөйөнөслө күренеш. Минеңсә, “Китап байрамы”ның киләсәге яҡты, - тине Оксана Витальевна. Валериан Альбанов барельефына сәскәләр һалыу билдәле яҡташыбыҙға ихтирам, хөрмәт билдәһен сағылдырҙы. Автор фотолары.