Ҡаҡса кәүҙәле, асыҡ йөҙлө, мөләйем ҡатын, хәстәрлекле йәш әсә булып сыҡты яңы танышыбыҙ Лиана Карамова. Уның моңһоу ҡарашында уй-һағыш та, беҙ белмәгән серҙәр ҙә йәшеренгән кеүек. Үҙенең кисерештәре менән ихлас уртаҡлашҡан сабыр һалдат ҡатынына ысын күңелдән рәхмәт әйтеп, ғаилә бәхете, һаулыҡ теләйбеҙ. Яҡты өмөт йәшәтә – Һеҙҙең менән осрашыу тиккә түгел, был матур көн миңә һөйөнөс килтерҙе, тип оҙаҡ иҫләрмен инде. Беләһегеҙме, ике аҙна инде иремдән хәбәр булмағанға йәнем көйөп, үҙемде көс-хәл менән йыуатырға тырышҡанда, ул бөгөн миңә шылтыратты. Һеҙҙең янға осоп-ҡунып тигәндәй килеп еттем бына! Һалдат ҡатыны булыу анһатмы ни? Йоҡоһоҙ төндәр ҙә, ауыр хис-тойғолар ҙа, икеләнеүҙәр ҙә йөҙәтә, бары яҡшылыҡҡа өмөт, үҙеңә ышаныс, шатлыҡ-ҡайғыңды уртаҡлашыр өсөн таяныс, һыналған дуҫтар булыуы йәшәргә көс бирә. Иптәшем менән мине матурлыҡҡа, сәнғәткә һәм ижадҡа ынтылыш табыштырҙы һәм ҡауыштырҙы, тиһәм дә урынлы булыр. Бөрө педагогия университетының экология факультетын тамамланым, тимәк