Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сирҙе ваҡытында асыҡларға кәрәк

Венер Изикәевтең Раевкалағы үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһына тәғәйенләнеүенә теүәл бер йыл үтте. Ниндәйҙер һығымталар эшләргә ваҡыт етте. Әлшәйгә командировкаға барғанда район дауаханаһына инеп сыҡтыҡ. – Венер Миңлеварис улы, әңгәмәне дауахананың тарихынан башлайыҡ, сөнки тап һеҙҙең төбәк башҡаларҙан алдараҡ дауаланыу үҙәгенә әүерелгән, ул заманда ҡоторған сирҙәргә ҡаршы тороу базаһы ла һеҙҙә булған. – Тарихҡа күҙ һалмайынса, киләсәккә ҡарап булмай, әлбиттә. Әлшәй районында һаулыҡ һаҡлау тармағы булдырылыу XIX быуатҡа барып тоташа. Революцияға тиклем Слаҡ ауылында 20 урынлыҡ дауахана була. 1919 – 1922 йылдарҙа Раевка тимер юл станцияһында ҡара һарҡау (тиф) һәм ваба (холера) ауырыуҙары шаша. Табиптар ошо заман сирҙәре менән көрәшә. Шул уҡ йылдарҙа Әлшәй һәм Аксен ауылдарында фельдшер пункттары булдырыла. Бер быуат элек билдәле Рәсәй меценаттары тырышлығы менән ял йорто һәм шифахана асыла. Бөгөн был шифахана билдәле яҙыусы Антон Чехов исемен йөрөтә. Антон Павлович был шифаханала 1901 йылда дауаланып киткән һәм үҙенең иҫтәлектәрендә ҡымыҙ менән дауаланыуҙы телгә ала. 1982 йылда бында ҡымыҙ менән дауаланыу төркөмө асыла. Шулай итеп, Әлшәйҙең ҡымыҙ менән дауалау ысулы бөтөн илгә билдәле була. Әле беҙ ултырған поликлиника бинаһы 1976 йылда төҙөлгән, эргәләге поликлиника 2006 йылда сафҡа индерелгән. Дауаханаға ремонт эшләнде, аппаратура даими рәүештә яңыртылып тора. – Халҡы 35 меңдән ашыу булған районда һаулыҡ һаҡлау эше нисек ойошторолған? – Үҙәк район дауаханаһында 175 урынлыҡ стационар бар. Поликлиника көнөнә 500 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Шафран, Аксен, Ҡыҙыл, Никифар, Раевка амбулаториялары 305 кешене ҡабул итеү мөмкин­легенә эйә. Районда йәмғеһе 41 фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, бер күсмә пункт график буйынса ауылдар буйлап йөрөй. Ошо ярты йыл эсендә үлем күрһәт­кестәрен иҫкәртеү сараларын кәметеүгә өлгәштек. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, яман шеш ауырыуҙарын ваҡытында асыҡлап, дауалап, 10 кешенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалдыҡ. Былтыр был һан йыл дауамында 20-гә еткәйне. Шуға ла иҫкәртеү саралары, диспансерлаштырыу мәсьәләһенә халыҡ битараф булмаһын ине. Табиптарға йышыраҡ күренеп тороу фарыз, тип әйткем килә. Бынан тыш, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдар, аҙ һанлы тораҡтарға барып етеү, беренсе ярҙамдың сифатын арттырыу – төп бурыстарҙың береһе. Ошо программа сиктәрендә 2019 йылда Раевка үҙәк дауаханаһына күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡайтарылды. Уның ярҙамында ауырыуҙарҙың сирҙәрен тәүге стадияла асыҡлайбыҙ, иҫкәртеү сараларын ваҡытында күреү һөҙөмтәле. Былтыр был күсмә пункт райондың 106 ауылында булды, 3798 кешене ҡабул итте, 11 меңдән ашыу лаборатор анализ алынды, 5697 тикшереү үткәрелде. Ете осраҡта яман шеш ваҡытында асыҡланған, бер осраҡта – туберкулез сире, туғыҙ кешегә шәкәр ауырыуы диагнозы ҡуйылған, 218 кешелә ҡан әйләнеше боҙолоуы асыҡланған. Быйыл әлеге күсмә пункт 23 ауылда ҡабул итеү ойошторҙо. Әлегә 181 ауырыу осрағы асыҡланған, өс кешелә шәкәр ауырыуы табылған, 178 кешелә шулай уҡ ҡан әйләнеше боҙолған. Бәхеткә күрә, был юлы яман шеш диагнозы теркәлмәгән. – Һеҙҙең һөйләгәндәрҙән шул күренә: иң йыш осрағаны – йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре. Тимәк, иҫкәртеү сараларын да ошо йүнәлештә алып барырға кәрәк. – Эйе. Тап шулай. Сирҙе ни тиклем иртәрәк асыҡлаһаң, дауалауы ла еңелерәк. Иҫкәртеү саралары үлем осраҡтарын да күпкә кәметә. Шуға ла күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты составында табип-кардиолог эшләй. Быйыл ул һигеҙ ауылда булып, 216 кешене ҡабул итте. 41 кешегә дөрөҫ диагноз ҡуйып, дауалау билдәләгән, 34 кеше өҫтәмә тикшеренеүгә ебәрелгән. Шуны билдәләп китке килә: ошо 34 кешенең баш ҡалаға барырға мөмкинлеге булмаған хәлдә, Өфөнөң кардиология үҙәгенең белгестәре менән онлайн бәйләнеш ойошторабыҙ. – Бындай алым ышаныслымы? Онлайн ҡабул итеү ауырыу кешегә дөрөҫ диагноз ҡуйырға ҡамасауламаймы? – Юҡ, киреһенсә, ауыл халҡына был алым уңайлы, тип уйлайым. Урындағы терапевт, кардиолог тәү сиратта бөтә анализдарҙы әҙерләп, тикшереүҙәрҙе үткәргәндән һуң ғына онлайн бәйләнешкә инәбеҙ. Былтыр 281 кешене ошондай система буйынса баш ҡала кардиологтары ҡабул итте, уларҙың 30-ҙан ашыуы балалар ине. Әйткәндәй, бындай алым менән эшләү буйынса беҙҙең дауахана республиканың 62 медицина ойошмаһы араһында беренселекте алды. Артабан телемедицина ярҙамы менән дауалау, консультациялар биреүҙе арттырасаҡбыҙ ғына. Мартта Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы менән уртаҡ проект төҙөп, тиҙҙән уны тормошҡа ашыра башлаясаҡбыҙ. Һеҙҙең һорауға яуап итеп шуны әйтке килә: онлайн консультацияға пациент әҙерлекле килә һәм үҙен дауалаған табип менән бергә ултыра. Шуға диагноз ҡуйыуҙа, дауалау ысулында икеләнеүҙәргә урын ҡалмай. – Белеүебеҙсә, күпселек ауылдарҙа аптекалар ябылды. Ауыл халҡына дарыу алыу ҡыйынлыҡ тыуҙыра ине. Әлшәй районында ла был проблема бар. Һеҙ баш табип вазифаһын башҡара башлау менән ошо мәсьәләгә иғтибар иткәнһегеҙ. – Эйе. Хатта ябай ғына кәрәкле медицина әйберҙәрен дә алыу ҡай саҡ ауырлыҡ тыуҙыра. Шуға яйлап һәр ауыл биләмәһендә аптека асыуҙы планлаштырҙыҡ. Тәүгеһе Ҡыҙыл амбулаторияһы булды. Бында аптеканың эш башлауынан ауыл халҡы ҡәнәғәт ҡалды. – Һуңғы осорҙағы уңыштары­ғыҙҙы барлайыҡ. – Быйыл мартта Ҡармыш ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты эш башланы. Ауылда 500-гә яҡын кеше йәшәй, шуларҙың 81-е – балалар. Модулле бинаның майҙаны 63,2 квадрат метр тәшкил итә. Бында сифатлы медицина ярҙамы күрһәтер өсөн бөтә шарттар бар. Әле бинаның эргә-тирәһен матурлау менән шөғөлләнәбеҙ, сәскәләр, ағас һәм ҡыуаҡтар ултырттыҡ. – Һеҙҙең социаль селтәрҙәр­ҙәге сәхифәлә­регеҙ бик әүҙем алып барыла. Бында һәр һорауға яуап табып була. – Социаль селтәрҙәр – заман талабы. Ысынлап та, ниндәй табип ҡасан ҡабул итә, ниндәй белгестәрҙең килеүен көтәбеҙ, яңы аппаратура ҡуйыу һәм башҡа мәсьәләләр тураһында көн дә район халҡына яҙып торабыҙ. Икенсе яҡтан, социаль селтәрҙәр халыҡты борсоған проблемаларға тиҙ һәм ваҡытында яуап биреү өсөн уңайлы. Туранан-тура хәбәрләшеү ике яҡ өсөн дә отошло тип уйлайым. - Лилиә НУРЕТДИНОВА