Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Сибайҙа «Урал аръяғы-2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостандағы вәкиллеге Йәмәғәт советының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге сара Италия вәкиллегенең даими партнеры – “«Sant’Agostino” коммерцияға ҡарамаған ассоциацияһы (СантАгостино) менән бизнес-иртәлек форматында үтте. Министрҙар кабинеты башлығы, сараны асып, республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанының тотороҡло үҫеүен билдәләне. Бөгөн улар 133 меңгә яҡын. Быйыл ошондай бизнес-берәмектәр һаны дүрт процентҡа артҡан, ә үҙмәшғүлдәр һаны 15 проценттан ашыуға артҡан. Быйыл дүрт айҙа эшҡыуарҙарыбыҙ төбәк ҡаҙнаһына ете миллиард һум самаһы аҡса килтергән, был уҙған йылдағы һөҙөмтәләрҙән 25 процентҡа күберәк. Былар барыһы ла власть менән бизнестың берлектәге эшенең һәм үҙ-ара тығыҙ эш итеүенең ыңғай һөҙөмтәләренең береһе булып тора. - Республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү саралары комплексы хөкүмәт кимәлендә тормошҡа ашырыла. Ағымдағы йылда был маҡсаттарға бер миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Эшҡыуарҙарҙың һәм үҙмәшғүлдәрҙең үҫешен дәртләндереү өсөн профилле төбәк институттары эшләй. Быйыл улар 192 бәләкәй һәм урта бизнес вәкиленә, шулай уҡ үҙмәшғүлдәргә ярҙам күрһәткән. Финанс ярҙамының дөйөм күләме 648 миллион һумдан ашты, - тине Премьер-министр. Власть органдарының йәмғиәт һәм бизнес менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеү инструменттары һәр ерҙә лә яҡланырға тейеш, тип өҫтәне ул. Властың хөкүмәткә ҡарамаған ойошмалар менән үҙ-ара конструктив эш итеүе кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республикала, бөтә илдәге кеүек үк, бындай ойошмалар һанының артыуы йәһәтенән ыңғай динамика күҙәтелә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса улар 5684 булған, был 2021 йылға ҡарағанда 4,5% күберәк. Президент гранттары фонды аша федераль кимәлдә Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары проекттарына булышлыҡ итеүгә бүленгән аҡса күләме былтыр 204 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды аша йәнә 261 миллион һум йүнәлтелгән. Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы Стратегик башланғыстар агентлығы менән берлектә ойошторған дәүләткә ҡарамаған ойошмаларға ярҙам механизмдарын тормошҡа ашырыу һәм социаль өлкәлә хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса рейтинг йомғаҡтары буйынса республика унда икенсе урын яуланы. - Бөгөн Евразия халыҡтары ассамблеяһы донъяның 50-нән ашыу иле вәкилдәрен берләштерә, Рәсәй төбәктәрендә лә, Мысырҙа ла, Иорданияла ла, Көньяҡ Осетияла ла 11 филиалы бар. Был берекмә үҙ көсө менән 23 профилле советтың эшен ойошторолған. Беҙҙең вәкиллек шулай уҡ эшмәкәрлеге темптарын арттыра. Уҙған йылда уның составына ингән кешеләрҙең һаны ике тапҡырға тиерлек - 48 кешегә тиклем артты. Дүрт яңы комитет булдырылды, - тине Андрей Назаров. Былтыр вәкиллек бер нисә ҙур сараны ойоштороусы йәки ойоштороусыларҙың береһе булып сығыш яһаны. Улар араһында «Брудерфест» фестивале, «Спорт. Лидерлыҡ. Берҙәмлек» акцияһы, Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы секциялары, Бөтә Рәсәй әҙәби фестивале һәм башҡалар бар. Быйыл «Евразиаданы ҡаршылап» күләмле спорт халыҡ-ара форумын үткәреүгә әҙерлек буйынса әүҙем эш алып барыла. Вәкиллек иҡтисади үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү майҙансығы булып сығыш яһай. Мәҫәлән, “Sant’Agostino“ коммерцияға ҡарамаған ассоциация республикала үҙенең бизнесын алып бара һәм аутентик ресторандар селтәрен үҫтерә. Сибайҙа селтәр урындарының береһен асыу Урал аръяғы форумында былтырғы осрашыуҙың асыҡ һөҙөмтәһе ул. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.
Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостандағы вәкиллегендә бизнес-иртәлек уҙҙы
26 мая 202326 мая 2023
2 мин