Найти тему
Башҡортостан гәзите

Китап байрамы ҡунаҡтары менән осрашыу

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Китап байрамы” беренсе халыҡ-ара китап йәрминкәһенең абруйлы ҡунаҡтары – Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Николай Иванов, Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһы президенты Константин Чеченев һәм Беларусь Яҙыусылар союзы рәйесенең беренсе урынбаҫары Елена Стельмах менән осрашты. Улар китап индустрияһын үҫтереү, классик һәм заманса әҙәбиәтте популярлаштырыу, йәштәргә әхлаҡи тәрбиә биреү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. – Һеҙҙе Башҡортостанда күреүемә бик шатмын. “Китап байрамы”на саҡырыуыбыҙҙы ҡабул иткән өсөн рәхмәт. Минеңсә, беҙ Рәсәй, бөтәбеҙ өсөн дә изге эш башҡарабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Фестиваль үткәреү идеяһы Мәскәү халыҡ-ара китап күргәҙмәһе проекты буйынса фекер алышҡанда тыуғайны. Беҙ халыҡта китапҡа һөйөү тәрбиәләү маҡсатында был форматты киңәйтергә булдыҡ. Абруйлы ҡунаҡтар китап фестивалендә ҡатнашырға саҡырған өсөн рәхмәт әйтте. Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Николай Иванов “Китап байрамы” йәрминкәһенең әһәмиәтен юғары баһаланы, ул 2023 йылдың ноябрендә республикала Рәсәй Яҙыусылар союзының күсмә пленумын уҙғарыу башланғысы менән сығыш яһаны. Радий Хәбиров уны ойоштороу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Фото: glavarb.ru Сығанаҡ: glavarb.ru