Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау йыл башынан 114 миллион доллар тәшкил иткән, күрһәткес былтырғы кимәлдә ҡалған. Шул уҡ ваҡытта экспорт структураһында үҙгәрештәр күҙәтелә. Мәҫәлән, иген культураларын экспортлау ете тапҡырға тиерлек артҡан. Быйыл Башҡортостан сит илдәргә 7,4 миллион долларлыҡ иген һатҡан. Былтыр ошо уҡ осорҙа иген культуралары экспорты 1,1 миллион доллар булған. Агросәнәғәт комплексының экспорт структураһында әүәлгесә май продукцияһы өҫтөнлөк итә, 12 проценттан ашыуын аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте тауарҙары, 6,5 процентын иген культуралары тәшкил итә. Ауыл хужалығы продукцияһы Иранға, Төркиәгә, Ҡаҙағстанға, Үзбәкстанға, Белоруссияға һәм башҡа илдәргә сығарыла. Мәғлүм булыуынса, республикала был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыл