“Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, производствоға һаҡсыл технологиялар индерә башлаясаҡ. Был хаҡта БР Иҡтисади үҫеш министрлығы хәбәр итә “Хәҙерге иҡтисади шарттарҙа өҫтәмә аҡса һалыуһыҙ һәм сығымһыҙ етештереү күләмен арттырыу бик мөһим. Күп предприятиеларға үҙҙәренең күрһәткестәрен яҡшыртырға тура килде. Компанияларға һаҡсыл технологияларҙы компетенцияларҙың төбәк үҙәге эксперттары индерәсәк”,– тине иҡтисади үҫеш министры Айрат Фәхретдинов. “Башфармация” компанияһы дарыу саралары менән республиканың дауалау- иҫкәртеү учреждениеларын тәьмин итә. Милли проектта ҡатнашыу иҫәбенә хеҙмәт сығымдарын кәметеү планлаштырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында 2024 йылға ошондай мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк буласаҡ: хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү нигеҙҙәрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән кадрҙар әҙерләү системаһын булдырыу, шул иҫәптән һанлы технологияларҙы һәм платформалы ҡарарҙарҙы файҙаланыу менән; хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешенә ҡамасаулаған норматив-хоҡуҡи һәм административ сикләүҙәрҙе ҡыҫҡартыу, шулай уҡ иҫкергән һәм етештереүсәнһеҙ эш урындарын алмаштырыу юлы менән. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы 2019 йылда раҫланды. Ул 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Фото: pro-lekarstvo.ru