Ике аҙнанан ашыу инде илебеҙ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы буйынса 2024 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу конкурсында тауыш бирә. Яңауыл районының “Йәштәр һарайы” муниципаль автономиялы учреждениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл районда төҙөкләндереүгә биш объект дәғүә итә. Улар – Кирзавод һәм Эткенә урамдары эргәһендәге быуа тирәләй биләмә, Кирзавод урамындағы яңы тимер юл күперенән башланған йәйәүлеләр юлы һәм спорт зонаһы, Киров тыҡрығы, Хоҙайбирҙин урамындағы йәйәүлеләр һәм велосипедсылар маршруты. Тауыш биреү 31 майға тиклем дауам итә. Әле Яңауыл районынан унда һигеҙ меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Иң күп тауыш йыйған объектты 2024 йылда төҙөкләндерә башлайҙар. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: contenta.info Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/478603#scroll