Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Кешеләргә изгелек ҡылыу – иң файҙалы доға

Баш ҡалабыҙҙа тәүге хоспис төҙөлөүе республикабыҙҙың социаль өлкәһендә ҙур яңылыҡ булды. “Өфө хосписы” хәйриә фондының башҡарыусы директоры Светлана Ниғмәтуллина әлегә беҙҙең өсөн ятыраҡ, хеҙмәт үҙенсәлектәре аңлайышһыҙыраҡ тойолған ойошманың күп баҫҡыслы эшмәкәрлеге менән ихлас таныштырҙы. Тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк хоспистың ишектәре ауырыуҙың яҡындары өсөн һәр ваҡыт асыҡ, ул өй шарттарына һәм уңайлыҡтарға яраштырып төҙөлгән. Апрель айында юрист, педиатр, шәфҡәт туташы, психолог һәм социаль хеҙмәткәрҙе үҙ эсенә алған күсмә бригадаларға лицензия алынған. Әлеге ваҡытта республика буйынса һауыҡтырып булмай торған ҡаты сирҙәргә дусар өлкән кешеләр 24 мең тәшкил итә, балалар – 700. “Иртәгә ни булырын белмәйбеҙ, ә бөгөнгөнө хәстәрләү, тәрбиәләнеүселәребеҙгә тейешле ярҙам күрһәтеү – беҙҙең ҡулыбыҙҙа”, – ти Светлана Нарцис ҡыҙы. Хәстәрлеккә мохтаждарҙың көнкүреш сифатын яҡшыртыу, ғаилә мөхитенән айырмау, туғандары менән даими аралашыу өсөн ниндәй уңайлыҡтар тыуҙырылыуы тураһында етәксе тәфсирләп аңлатты. – Светлана Нарцис ҡыҙы, әйтеүегеҙсә, хоспис 20 балаға һәм 40 өлкән кешегә иҫәпләнгән, ә хәстәрлеккә мохтаждар байтаҡ. – Француз теленән һөйләшебеҙгә килеп ингән “хоспис” һүҙе “ҡунаҡхана” тигәнде аңлатһа ла, ул – һауыҡтырып булмай торған аҙаҡҡы стадиялағы ауырыуҙарға (йышыраҡ онкологияға дусар булған) паллиатив, сир билдәләрен йомшартыуға ярҙам иткән медик-социаль учреждение. Дауахананан айырмалы, бында супер медицина технологиялары юҡ, иң мөһиме – ҡаты сирлеләрҙе көн-төн күҙ яҙлыҡтырмай тәрбиәләү, кешеләрсә хәстәрлек менән солғау. Һәр ауырыуға – айырым тәрбиә һәм мөнәсәбәт, һәр балаға – айырым йоҡо бүлмәһе, ата-әсәһенә – йәшәү урыны. Беҙҙә эшләйәсәк медицина хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә рәүештә уҡытыла. 40-50 белгес кәрәк. Бында осраҡлы кешеләр эшләй алмағанын да әйтеп үтәйек, сөнки мөхит тә, эш тә еңелдән түгел. Хоспис төҙөлә башлау менән кадрҙар туплауға тотоноуыбыҙ яҡшы булды, алты күсмә бригада белгестәр менән тулыландырылды. Персонал өсөн ял урындары булдырылыуы ла бик яҡшы. Татарстандағы хеҙмәттәш­тәребеҙ менән кәңәшләшеп торабыҙ, шулай уҡ Пермь, Екатеринбург, Мәскәү белгестәре һәр яҡлап ярҙам итә. Нисә йәштә, социаль, финанс хәле ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, һәр ауырыу яҡшы тәрбиәләнеп, бушлай медицина хеҙмәттәре алырға тейеш. – Сиратты кем көйләйәсәк? – Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иңендә был оло бурыс. Коммер­цияға ҡарамаған “Өфө хосписы” ойошмаһы 2019 йылдың октябрендә теркәлде. Ойоштороусылары – Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлыҡ­тары һәм “Иман” хәйриә фонды. Директоры – Радмила Сурначева. Ул – лейкоз менән ауырыған улы вафат булғандан һуң “Юғалтыуҙар юҡ” хәйриә фондына нигеҙ һалған етәксе. Сиратҡа килгәндә, беҙҙең күсмә бригадалар кемгәлер өйҙәренә барып та хәстәрлек күрһәтәсәк бит. Хәл итәһе мәсьәләләр күп яҡлы, кемделер йыуатырға, ҡурҡыуҙы еңеү, ауыртыуҙы баҫыу, туғандар менән мөнәсәбәтте яйға һалыу, тормош юлын аҙаҡҡаса лайыҡлы үтеү өсөн ярҙам итергә тейешбеҙ. Хосписҡа үлергә тип килмәйҙәр, ә йәшәү өсөн һуңғы һулышынаса тырышалар. Баланы йәки өлкән кешене бер-ике аҙнаға ҡалдырып тороп, ғаиләләге мәшәҡәттәрҙе хәл итергә, йомоштарҙы үтәргә, көстө тергеҙергә мөмкинлек бар. Ауырыу кешене тәрбиәләүҙең физик көс һәм психологик көсөргәнеш талап иткәнен яҡшы аңлайбыҙ, шуға күрә пациентҡа ғына түгел, тотош ғаиләгә ярҙам итергә тырышабыҙ. – “Өфө хосписы”ның өҫтөн­лөгө ниҙә? – Ул – Рәсәйҙә ҙурлығы һәм проектының өр-яңынан төҙөлөүе (яраҡлаштырылған бинала түгел!) менән айырылып торған берҙән-бер учреждение. Шунлыҡтан ғәҙәти булмаған тышҡы йөҙө һәм функциялары менән күҙгә бәрелә. Бөтә палаталар ҙа беренсе ҡатта, һәр береһенең урамға сығыу өсөн үҙ ишеге бар. Теләгән ваҡытта саф һауа һулау өсөн урамға сығып әйләнергә, уйын майҙанына барырға мөмкин. Каруселдә хатта инвалид коляскаһында әйләнергә була. Учреждениеның айырым урында махсус төҙөлөүе проектта күп хаталарҙы ҡабатламаҫҡа, илдә тупланған тәжрибәне оҫта ҡулланырға ярҙам итте. Хоспис асылыуын байтаҡ ваҡыт көттөк, һүҙҙән эшкә күсергә, ниһайәт, 2019 йылда мөмкин булды. Ул саҡта төбәк етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров социаль объект төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте. – Бөтә күңел йылыһын һалып тәрбиәләгән пациенттарығыҙ менән ғүмерлеккә хушлашыуҙың еңел бирелмәгәнен аңлайбыҙ. Ошоға бәйле хоспистың тәрән философияһы һәр кемде уйлан­дырырлыҡ... – Балаларҙың уйын майҙанында бик күп ағас ултыртылғанын күргәнһегеҙҙер. Уларҙың араһында үҙенсәлеклеһе, иҫтәлеклеһе лә бар. Бынан бер йыл элек беҙҙә тәрбиәләнгән Шамил исемле малай баҡыйлыҡҡа күсте. Бик һирәк осраған генетик сир – Меллас синдромы баш мейеһен емерткес үҙгәрештәргә дусар итеп, бөтә ағзалар эшмәкәрлеген юҡҡа сығара. Участка табиптарының уның хаҡында белмәүе һис ғәжәп түгел. Сирҙе дауалау ысулы булмағас, малайҙың ата-әсәһе беҙгә мөрәжәғәт итте. Беҙ ғаиләне коляска, медицина кәрәк-ярағы менән тәьмин иттек. Балаға ғына түгел, тотош ғаилә ағзаларына ҡайғыны еңергә, йәшәй башларға булыштыҡ. Улар беҙҙән хоспис биләмәһендә улдары иҫтәлегенә алмағас ултыртыуҙы үтенде. Был ата-әсә өсөн бик мөһим ине. Шамилдың алмағасы быйыл да япраҡ ярҙы... Хоспис бит тормошто ташлап киткәндәр өсөн генә түгел, ә ерҙә йәшәргә ҡалғандар өсөн дә мөһим. Яҡын кешең өсөн ҡулдан килгәнде эшләү, “яратам” тип әйтергә өлгөрөү мөмкинлеге, матур хәтирәләрҙе иҫтә ҡалдырыу – барыһы ла әһәмиәтле. Хоспис менән бергә ауырлыҡтарҙы еңеү, юғалтыу ҡайғыһын кисереү еңелерәк. Һуңғы көндәрҙе үткәр­гәндә ҡурҡыу тойғоһоноң яфаламауы, яңғыҙлыҡ кисермәү, тормошоңдо лайыҡлы тамамлау – ошо инде хоспис фәлсәфәһе. – Һеҙҙең оҙаҡ көткән хыялы­ғыҙ тормошҡа ашты – “Өфө хосписы”ның беренсе күсмә бри­гадаһы эш башланы... – Эйе, командабыҙҙа табип-педиатр, шәфҡәт туташы, психологтан тыш, элеккесә социаль хеҙмәткәр һәм юрист эшен дауам итә. Яңыраҡ йәшәгән урыны буйынса Өфөләге 4-се поликлиникаға ҡараған, шулай уҡ Благовар районы балалары ла беҙҙең патронажға беркетелде. 2020 йылдан алып хоспис һауыҡтырып булмай торған сирҙәрҙән яфаланған балаларҙы һәм өлкәндәрҙе медицина ҡорамал­дары, гигиена саралары, махсус аҙыҡ менән тәьмин итә, шулай уҡ консультатив, юридик, социаль һәм ирекмән ярҙамын күрһәтә. Былтыр беҙ тейешле ҡорамалдар һатып алып, медицина эшмәкәрлегенә әҙерләндек. Бөгөн белгестәребеҙ ғаиләләргә @yahelp проекты ярҙамында таксиҙа барырға сыға. Байрамдарҙы ла тәрбиәләнеүсе­ләребеҙ менән күңелле үткәрергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, май айында Кондитерҙар көнөн элекке ғәҙәт буйынса ирекмәндәребеҙ менән бергә үткәрҙек, дүртенсе йыл инде хоспистың ғәҙәти байрамы – “Бисквит көнө”ндә 18 йәшкә тиклемге пациенттарыбыҙҙы татлы тәмлекәс­тәр менән ҡотлайбыҙ. Dasko Group ресторан компанияһы төрлө саралар үткәргәндә һәр саҡ ярҙамға килә, уларға ҙур рәхмәт. Ярҙам­сыларыбыҙ араһында эскер­һеҙ, балалар мәнфәғәтен өҫтөн ҡуйған, изге күңелле кешеләр етерлек, шуларҙың араһында фотограф Алина Халиҡова һәм ирекмән Оксана Пономарева ла бар. Бөгөн тәрбиәләнеүселәребеҙ һаны ишәйә бара, өҫтәүенә оҙаҡламай стационар асыласаҡ, тимәк, ирекмәндәрҙең бурысы ла, күсмә медицина хеҙмәттәре лә артасаҡ, шуға күрә татыу командабыҙға яңы кешеләр өҫтәлеүенә өмөтләнәбеҙ. – Хосписта гөрләп өмәләр үткәнен, һеҙгә көн һайын ярҙам кәрәк булыуын яҡшы беләбеҙ. Үҙең менән нимә алып килергә? – Күп нәмә кәрәкмәй: яҡшы кәйеф, ҙур теләк һәм уңайлы эш кейеме. Тотош ғаиләгеҙ, дуҫ-иштәрегеҙ менән килергә мөмкин. Әлегә шундай мөһим мәшәҡәттәрҙе: корпуслы һәм медицина йыһазын йыйыу, йөк бушатыу, биналарҙы йыйыштырыу кеүек эштәрҙе башҡарырға кәрәк. Ә беҙ һеҙҙең өсөн хоспис буйлап экскурсия үткәрә алабыҙ. Тик координаторға алдан хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Стацио­нарҙың адресы: Даян Мурзин урамы, 8 (Мега һәм “Цветы Башкирии” торлаҡ комплексы араһында). Яҙҙың тәүге айҙары тотош күңелле өмәләрҙән торҙо. Табиптар, уҡытыусылар, ирекмәндәр һәм башҡа һөнәр эйәләре стационарҙы ваҡытында асыу өсөн көн-төн тырышты. Кемдер иҙән, тәҙрә йыуҙы, бүлмәләрҙе тәртипкә килтерҙе. Суд приставтарының федераль хеҙмәте идаралығы егеттәре беҙгә йыһаз йыйырға килергә теләк белдергәс, бер аҙ икеләнгәйнек тә, иртүк ҡорамалдар менән ҡоралланып, палаталарға шкаф һәм тумбочкалар йыйырға килгән хеҙмәткәрҙәрҙе күреп, хатта бер аҙ ҡаушап ҡалдыҡ. Беләһегеҙме, беҙҙең баш ҡала кешеләре шундай ярҙамсыл, кеше хәленә инә белеүсән, йомшаҡ күңелле! Республикалағы беренсе хоспис тарихына өлөш индереүсе­ләр тағы ла артһа, беҙ шат­ланасаҡбыҙ ғына. – Төҙөлөштәге мәшәҡәттәр күп ваҡыт алыуға ҡарамаҫтан, өйҙә һәм социаль приюттарҙа һеҙҙе түҙемһеҙлек менән көткән ауырыуҙарҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайһығыҙ... – Иң тәүҙә беҙҙең проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергән һәр кемгә рәхмәт белдергем килә. Аныҡ ярҙамға, яҡшы мөнәсәбәткә мохтаждарға битараф булмаған, кеше ҡайғыһын уртаҡла­шырға, еңеләйтергә ынтыл­ған ойошмалар һәм ябай кешеләрҙән тыш, беҙ бындай изге ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашыра алмаҫ инек. Март айында ғына уларҙың булышлығын­да 17 ауырыу өсөн кислород концентраторҙары, махсус матрастар, медицина карауаттары һәм башҡа мөһим медицина кәрәк-ярағы алынды, һигеҙ кеше махсус аҙыҡ, ә 12 ғаилә гигиена саралары менән тәьмин ителде. Йылдың иң ҡыҫҡа февраль айы ла уңышлы тамамланды. 22 тәрбиәләнеүсебеҙ ҡорамалдар һәм медицина кәрәк-ярағы менән тәьмин ителде, алты кислород концентраторы, өс медицина һәм биш махсус карауат, ике аспиратор һәм башҡа кәрәк-яраҡ алынды. Пациенттарыбыҙ “Ярҙам эргәбеҙҙә” социаль проектына ярашлы, таксиҙа бушлай йөрөүҙән файҙаланды. Тап ошондай ярҙам­сыл, киң күңелле кешеләр арҡаһында донъябыҙ яҡтыраҡ, үҙ-ара мөнәсәбәт йылыраҡ була бара, тимәксемен. – Тормошобоҙ төрлө сағыу буяуҙарға, һөйөнөслө ваҡиғалар­ға бай булыуҙан тыш, имеш-мимеш менән дә тулы. Һеҙгә лә ҡайһы бер уңайһыҙ һорауҙарға яуап бирергә тура килгәнен беләбеҙ... – Беҙҙеңсә, һорауҙарҙың уңайлы йәки уңайһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, һәр береһенә ваҡытында тулы, аңлайышлы яуап биреү мөһим. Моғайын, һүҙҙе иң ныҡ таралған һорауҙан башларға кәрәктер: “Хосписта баҡыйлыҡҡа күскән кешенең мөлкәте хеҙмәткәрҙәргә ҡаламы?” Был мәсьәлә бер нисек тә хосписҡа һәм уның хеҙмәткәрҙәренә ҡағыл­май. Өҫтәүенә паллиатив ярҙам бөтә кешеләргә, финанс һәм социаль хәленә ҡарамай, бушлай күрһәтелә. “Ә ни өсөн дәүләт һеҙҙең тәрбиәләнеүселәрегеҙҙе тәьмин итмәй?” – быныһы ла йыш бирелгән һорауҙарҙың береһе. Бөгөн паллиатив ярҙам Рәсәйҙә башланып ҡына тора, шулай ҙа хеҙмәттәш­тәребеҙгә байтаҡ мәсьәләләрҙе йырып сығырға мөмкин булды, бөтә ил буйынса хоспистар төҙөлә, өйҙәрҙә паллиатив ярҙам күрһәтелә, ҡанундар үҙгәрә. Һауыҡтырып булмай торған сиргә дусар кешеләрҙе “дәүләт тәьмин итмәй” тип әйтеү дөрөҫлөккә тап килмәй. “Дәүләт ауырыуҙарҙың бөтә ихтыяжын да ҡаплап бөтә алмай”, тип әйтеү урынлыраҡ булыр. Ҡаты ауырыу­ҙарҙың көтөргә мөмкинлеге юҡ, уларға ярҙам бөгөндән кәрәк. Әммә һәр хәйриә ойошмаһының бик мөһим бурысы бар – “янғынды һүндереү” барышында эҙмә-эҙлекле үҙгәрештәргә ынтылырға кәрәк. Беҙ тап шулай эшләйбеҙ ҙә. “Һеҙ эш хаҡы алаһығыҙмы?” тигән һорау ҙа күптәрҙе ҡыҙыҡ­һындыра. Бушлай, үҙ теләге менән эшләгән кешеләрҙе ирекмән тип атайбыҙ, ә беҙҙең команда – үҙ эшенең профессионалдары. Хеҙмәт килешеүҙәре буйынса эшләйбеҙ, страховка иғәнәләре һәм һалым түләйбеҙ, даими уҡыйбыҙ һәм өйрәнәбеҙ, әлбиттә, эш хаҡы ла түләнә. – Хоспистың асылыуы һеҙҙе ныҡ ҡанатландырыуын, дәртлән­де­реүен һиҙеп торабыҙ. Ҡәнәғәт­лек тойғоһо кисереү өсөн күп кәрәкме? – Бөгөн дә көнөм бушҡа үтмәне, планлаштырылған эштәрҙең осона сыҡтым, тип уйлауҙан рәхәтлек кисерәм. Миңә ошонда иҫ киткес кешеләр менән осрашырға мөмкин­лек биргән Йыһанға рәхмәтем сикһеҙ. Улар “йондоҙҙар” түгел, ә ғәҙәти ябай кешеләр, тик, башҡаларҙан айырмалы, битараф­лыҡ­тан азат, ҙур йөрәклеләр. Беҙ, бер сылбырҙың мөһим өлөшө булараҡ, көн һайын ярҙамға мохтаждар өсөн хоспис асылыуын тиҙләтергә тырышабыҙ. Эштәрен ҡалдырып, изге ғәмәлгә тотонорға йөрьәт иткән ирекмәндәр ваҡыттары менән иҫәпләшмәй, сөнки был ваҡиғаның, миһырбанлыҡ һәм кешелеклелек сифаттарының республика халҡы өсөн үтә әһәмиәтле булыуын белеп эш итә. Тағы шуныһы, күпселек ярҙамсыларыбыҙ үҙҙәре хаҡында һөйләмәү, пиар менән булышмау яғында. Уларҙың хатта фотолары ла, исем-аты ла миндә юҡ. Бына бөгөн ике ирҙең тырышлығы менән балалар бүлексәһе өсөн 20 комод ҡуйылды. Ә һигеҙ ир 20 медицина карауатын йыйып ултыртты. Бер егеттең көн дауамында 60 ултырғысты йыбанмай йыйыуына нисек рәхмәтле булмайһың! Бер саҡ, шөрөп бора торған ҡоралдарын тотоп, йыһаз йыйырға хатта ҡыҙҙар килгәйне! Өфө районының Нижегородка биҫтәһендәге мәктәп уҡытыусылары Евгения Ҡәҙерғо­лова, Ирина Сергеева, Светлана Кирьянова, Гөлйемеш Иҫәнъюлова, Таптыҡ мәктәбенән Лилия Кашина, “Сэм-мебель” ойошмаһынан Марсель Ураҙбахтин, MEILI студияһынан Вәкил Теләпҡолов, Фәнил Бикмөхә­мә­тов, йыһаз яһау берләшмәһенән Анна Качалова – дуҫтарыбыҙҙың бер өлөшө генә. “Ярҙам итәбеҙ һәм ярҙам итәсәкбеҙ” тип һүҙҙәрен эш менән раҫлағандар эргәбеҙ тулы. Мәҫәлән, Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Артур Дәүләтшин саңғы марафонында ҡатнашыу менән бергә хоспис өсөн иң күп хәйриә аҡсаһын йыйып тапшырҙы. Пациенттары­быҙҙың өйҙәренә барып, Милена исемле ҡыҙҙы шатландырҙыҡ, үтенестәрен тыңланыҡ, санитария-гигиена әйберҙәре бүләк иттек. Ирекмәндәрҙе хоспистың йәне тип атарға була. Уларҙың һаны 150-гә етеүе менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Беҙгә нимә менән ярҙам итә ала һуң улар? Хоспис файҙаһына спорт саралары үткәреү, балаларҙың тыуған көнөнә торттар әҙерләү, ҡорамалдар һәм гигиена сараларын өйҙәргә илтеү, хәйриә акцияларында, һабантуйҙарҙа ҡатнашыу һәм күп яҡлы мәғлүмәт ярҙамы күрһәтеү... Кемдер бинала ҡышҡы баҡса булдырыу идеяһы менән янып йөрөнө, сәскә үҫтереүселәр менән кәңәшләште, үҫемлектәр алды. Өлкәндәр бүлексәһендә ике ҡышҡы баҡса булдырылды, унда ял итергә, байрам үткәрергә мөмкин. Доға ҡылыу бүлмәләре лә пациенттар өсөн әһәмиәтле. ”Өфө хосписы” башҡа күп учреждениеларҙа булмаған, дауалау физкультураһы үткәреү өсөн тәғәйенләнгән бассейны менән дә ғорурлана ала. Күтәргес рельс системаһы ярҙамында хатта түшәктә ятҡан, ауырлығы йөҙ килограмдан ашыу булған сирлеләргә һыу процедураһы үткәрергә мөмкин. – Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Хоспис – республика­ның өлгөрлөккә һынау үтеүе һымаҡ” тип белдергәйне. Был имтиханды лайыҡлы үтә алдыҡмы? – Хосписты төҙөү тураһында һүҙ сыҡҡанда уҡ уның бары хәйриә ярҙамына таянып ҡына төҙөләсәге билдәле ине. Башҡортостан Баш­лығы әйтеүенсә, “уны төҙөүгә бюджеттан аҡса табырға тырышыр­ға мөмкин булыр ине, тик беҙ хосписты халыҡтың хәйриә аҡсаһына төҙөргә ҡарар иттек”. Кемдер – 100, икен­селәр 200 мең һум аҡса бирҙе. Бәләкәй һәм эре предприятиеләр менән бер рәттән, иң ҙур өлөштө Башҡортостан сода компанияһы индерҙе. Хосписҡа йыһаз, медицина карауаттары, пассажир лифттары бүләк итеүселәр, инженер селтәр­ҙәренә бушлай тоташтырыусылар, биләмәне төҙөкләндереү­селәр һәм башҡа ярҙамсылар табылды. Шулай итеп, “Өфө хосписы”, битараф булмаған меңәрләгән кешене берләштереп, уларҙың фиҙакәр хеҙмәте менән ҡалҡып сыҡты. - Динә АРЫҪЛАНОВА