26-28 майҙа Өфөлә беренсе тапҡыр "Китап байрамы" халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтә. Совет майҙанында китап сауҙаһы, төрлө осрашыуҙар, сығыштар, кино күрһәтеү буласаҡ. Рәсәйҙән билдәле актерҙар һәм сәнғәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәре монологтар, лекциялар, спектаклдәр менән сығыш яһаясаҡ. Китап байрамында "Башҡортостан" гәзите экспозицияһы ла бар. Бөгөн киске 18-20 сәғәттәрҙә уның презентацияһы үтәсәк. Сарала яҙыусылар һәм шағирәләр Гөлсирә Ғиззәтуллина, Йомабикә Ильясова, Тамара Искәндәриә, Тәнзилә Дәүләтбирҙина ҡатнаша. Китап йәрминкәһе бөгөн сәғәт 12-лә тантаналы асыла. Байрамға рәхим итегеҙ! Көн дә иртәндән ҡараңғы төшкәнсе төрлө ҡыҙыҡлы сараларҙа ҡатнашығыҙ! Фото: Нәсих Хәлисов.