Найти тему
Башҡортостан гәзите

Урал КИЛСЕНБАЕВ: "Һәр яңы баҫма – яңы мөғжизә"

26 – 28 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы башланғысы менән халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сара – “Китап байрамы” китап йәрминкәһе була. Беренсе тапҡыр уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, ул республикабыҙҙың баш ҡалаһында төрлө дәүләттәрҙең, шулай уҡ Рәсәй субьекттарының нәшриәт йорттары вәкилдәрен, билдәле яҙыусыларҙы, әҙәбиәт даирәһендә эшләүселәрҙе, ваҡытлы матбуғат саралары, юғары уҡыу йорттары хеҙмәткәрҙәрен, сәнғәт, мәҙәниәт әһелдәрен, Рәсәй кимәлендәге билдәле шәхестәрҙе, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен туплаясаҡ. Совет майҙаны өс көнгә китап йәрминкәһе булыу менән бер рәттән, ҙур рухи-мәҙәни киңлеккә әүереләсәк. Башҡортостанды, милли мәҙәниәтебеҙҙе донъяға танытыу йәһәтенән күргәҙмә-йәрминкә ниндәй мөмкинлектәр бирә; бындәй кимәлдәге сараны уҙғарыуҙың төп асыл-әһәмиәте нимәлә; һүҙ ҡеүәтен ниндәй ғәмәлдәр менән үлсәргә мөмкин; заман елдәре китап бәҫенә, баҫма мәҙәниәткә нисек тәьҫир итә – ошо һәм башҡа үҙенсәлектәр хаҡында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал КИЛСЕНБАЕВ менән әңгәмәләштек. – Урал Таһир улы, сара республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың башланғысы менән үткәрелә. Тимәк, республика етәксеһе был сараға күпкә киңерәк күҙлектән ҡарай һәм уның рухи-мәҙәни, иҡтисади мөмкинлектәрен стратегик йәһәттән баһалай, тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта ул ойоштороусыларға өҫтәмә яуаплылыҡ өҫтәй һәм ресурстарҙы аныҡ баһалауҙы талап итә. – Ысынлап та, бәғзеләрҙә, ошо сараны тәүге тапҡыр ойошторғанда, “Ни өсөн төбәк-ара түгел, ә халыҡ-ара кимәл күҙалланған?” тигән һорау тыуыуы ихтимал. Сәбәбе ябай: республика етәкселеге бер ваҡытта ла ҙур мәсьәләләрҙе хәл итеүҙән, оло яуаплылыҡтан баш тартҡаны юҡ, быны бығаса ла төбәктә үткәрелгән ҙур стратегик саралар иҫбатлай. Ошо тәжрибә беҙгә киңерәк фекерләү һәм планлаштырыу мөмкинлеген бирә. Ғөмүмән, Радий Фәрит улының һәр башланғысы тәрән мәғәнәле, киң даирәле, күп осраҡта башҡалар уйлап еткермәгән ғәмәлдәрҙе лә үҙ эсенә ала. Шунан сығып, төбәк етәксеһенең командаһы ла башҡаса төрлө фекерләүҙән ситтә тора, тип әйтә алам. Эшләгәс, ең һыҙғанып эшләргә кәрәк. Проект тәрән мәғәнәле, киң ҡоласлы, нигеҙле һәм һөҙөмтәле булһын, мотлаҡ еренә еткерелһен. – Рәсәйҙәге төп китап йәрминкәһе тип 30 йылдан ашыу даими үткәрелеп килгән Мәскәү халыҡ-ара күргәҙмә йәрминкәһен билдәләргә мөмкин. Уның даирәһе ифрат киң, рухи-мәҙәни әһәмиәте менән бер рәттән, китап етештереүселәргә, ижадсыларға коммерция йәһәтенән дә ҙур мөмкинлектәр бирә. “Китап байрамы”н ошо йәрминкә менән сағыштырып буламы? – Әлбиттә, был байрамды ойоштороу хаҡында уй-фекер тыуғас, беҙҙең команда бихисап эҙләнеүҙәр үткәрҙе, фекер алышыуҙар ойошторҙо. Оҡшаш сараларҙың тәжрибәһен һәр яҡлап өйрәндек. Шул уҡ Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта үткән данлыҡлы китап йәрминкәләрен генә алайыҡ: унда һәр йәһәттән өйрәнәһе ғәмәлдәр күп, әммә был сараларҙы берләштергән бер үҙенсәлек бар: улар тәүге сиратта йәрминкә булараҡ үтә. Аныҡлабыраҡ әйткәндә – сауҙа майҙаны, ошо юҫыҡтағы бизнесты үҫтереү йәһәтенән килешеүҙәр төҙөй торған коммерция баҙары хаҡында һүҙ. Ә беҙҙә иһә уның исеме үк есемен билдәләп тора – Китап байрамы. Уның төп мәғәнәһе, минең уйымса, тәүге сиратта кешеләрҙең китапҡа мөнәсәбәтенә барып тоташа. – Улайһа, ошо урында “Китап байрамы”ның төп маҡсаттарын, үҙенсәлектәрен ентекләберәк билдәләп үтәйек. – Бер нисә һүҙ менән әйткәндә, улар түбәндәгесә: китапты һәм китап уҡыуҙы мәҙәни төшөнсә булараҡ пропагандалау; Башҡортостан ерлегендә Рәсәйҙең иң яҡшы нәшерләүселәрен күрһәтеү һәм китап таратыу системаһын дәртләндереү; уҡыусыларҙың аудиторияһын киңәйтеү һәм яҙма мәҙәниәт статусын күтәреү. Әлбиттә, техник прогресс ҙур аҙымдар менән алға барған осорҙа күптәр мәғлүмәтте Интернет селтәренән компьютер, электрон китаптар, гаджеттар аша ала. Унан тыш, ниндәйҙер әҫәрҙәрҙең кино йә ҡыҫҡа вариантын табып ҡарау йә уҡыу ҙа мәсьәләне еңелләштерә. Һуңғы йылдарҙа, ғөмүмән, беҙ “кешеләр хәҙер китап уҡымай”, “балалар телефондан бушамай” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ һәм, был фекер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нығынған, хатта ҡалыплашҡан да. Мин иһә бының менән тулыһынса килешеп бөтмәйем һәм “Китап байрамы”ошо ҡалыптарҙы юҡҡа сығарыр, тип өмөтләнәм, сөнки фекерләй белгән кеше китап уҡыуҙан бер ваҡытта ла туҡтамай, яҡындарын, балаларын да үҙ өлгөһөндә ошо күркәм ғәҙәткә йәлеп итә. Шуныһы ҡыҙыҡ, Интернет ни тиклем үҫешмәһен һәм мәғлүмәт алыу мөмкинлектәре киңәймәһен, китап индустрияһы донъяла барыбер иң үҫешкән, тотороҡло, көслө тармаҡ булып ҡала. Кемдер әҙәби китаптарға өҫтөнлөк бирә, бәғзеләргә эшлекле мәғлүмәт оҡшай. Унан тыш, кешеләр араһында бер-береһенә китап бүләк итеү, кемдәлер ҡыҙыҡлы китап күреп, уны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыу, хатта, кәрәк икән, почта аша яҙҙырып алыу кеүек күренештәр ҙә йәмғиәттә киң таралған, китап уҡыу йолаһы бер ҙә онотолмаған. Әйткәндәй, был сараға ҡарата “мәжбүри йәлеп итеү” тигән төшөнсәне ҡулланып булмай. “Китап байрамы” форматын билдәләгәс, унда ҡатнашырға теләүселәр шул тиклем күп икәнлеге асыҡланды. Кемдер китабын презентацияларға теләй; бәғзеләр фекерен билдәле бер аудиторияға еткерергә ниәтләй; өсөнсөләр балалар менән эшләүҙең яңы тәжрибәһен тәҡдим итә. Ғөмүмән, сараның киңлеген һәм тәрәнлеген аңлаған-тойған кешеләрҙең унда ҡатнашҡыһы, тәжрибә уртаҡлашҡыһы килә, шуға күрә теләүселәрҙе һайлап алырға тура килде. Ә инде байрамды барып күрергә, уның ҡеүәтен тойорға һәм үҙенә рухи аҙыҡ алырға теләгәндәргә бер ниндәй ҙә сикләү юҡ – рәхим итһендәр. “Китап байрамы”ның төп маҡсаттарының береһе тап шул, тип уйлайым. – Ҡатнашыусылар исемлегенән, эшлекле программанан сығып, сараны ҙур тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы буласаҡ, тип билдәләргә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта сауҙа компоненты ла бар... – “Китап байрамы”ның тағы бер үҙенсәлеге – унда төрлө төбәктәрҙән 60-тан ашыу нәшриәт ҡатнашасаҡ һәм улар бының өсөн финанс иғәнәһе түләмәй. Эш шунда: ғәҙәттә, ошо форматтағы күргәҙмә-йәрминкәләрҙә ҡатнашыу түләүле була. Әммә беҙ был юлдан баш тарттыҡ һәм ҡатнашыу мөмкинлеген тулыһынса бушлай иттек. Әлбиттә, бәғзеләрҙә был һорау тыуҙырҙы (бигерәк тә ил кимәлендә танылған ҙур ойошмаларҙа), шул уҡ ваҡытта яңы мөмкинлектәргә юл асты: күп нәшриәттәр тауарҙарын ҙур ташламалар менән һатырға вәғәҙә бирҙе. Был әҙәби, эшлекле китаптарҙан тыш, уҡыу әсбаптарына ла ҡағыла, шуға күрә “Китап байрамы”на мәктәптәрҙе, уҡыу йорттарын йәлеп итәбеҙ: сара уҡыу йорттары китапханаларын бер урында тулыландырыу, йәғни ташлама менән кәрәкле баҫмаларҙы һатып алыу мөмкинлеген бирәсәк. Һүҙ “Мәғариф”, “Этерна”, “Альма-матер” кеүек Рәсәй кимәлендәге эре предприятиелар, шулай уҡ Дағстан, Удмурт, Сыуаш, Мордва, Татарстан республикаларынан, Санкт-Петербургтан дәүләт һәм шәхси нәшриәттәр хаҡында бара. Шулай уҡ Беларусь, Абхаз, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан республикаларында нәшер ителгән китаптарҙы һатып алыу мөмкинлеге лә буласаҡ. Уҡыусыларҙы, һис шикһеҙ, Өфө нәшриәттәре лә ҡыуандырасаҡ. Сараға коммерция күҙлегенән ҡарағанда, был республикабыҙҙағы нәшриәттәр өсөн ғәйәт ҙур тәжрибә буласаҡ. Миңә ҡалһа, эшмәкәрлек күләме йәһәтенән беҙҙәге нәшриәттәр үҙҙәренә бер йүнәлеш алған да йылдан-йыл билдәле күләмдә планға ярашлы эш атҡара. Дәүләттән шунса күләмдә аҡса бүленде, шунсаһы үҙләштерелде, шунса китап баҫылды; бер өлөшө һатылды, ҡалғаны таратылды – план үтәлде, тигән мәғәнәлә. Бизнес форматында эшләгән нәшриәттәрҙең иһә эшмәкәрлек даирәһе лә, пландары ла күпкә киңерәк, улар аҡса эшләү, килем алыу юлдарын эҙләй, тәжрибә уртаҡлаша һәм ярайһы уңыштарға өлгәшә. Республика нәшриәттәре етәкселәре ошо йәһәттән тейешенсә фекер туплар, яңы йүнәлеш алырлыҡ һүҙҙәр ишетер, һәм эшлекле килешеүҙәр ҙә төҙөлөр, тип уйлайым. Унан тыш, сарала нәшриәттәр араһында конкурс үткәреү ҙә ҡаралған. “Урал батыр ерендә – йыл китабы” тип аталасаҡ бәйгелә бихисап номинациялар билдәләнгән. Ул һәр йәһәттән үҙ эшенең оҫталарын күрһәтер, тип ышанам. Икенсе яҡтан, беҙҙең нәшриәттәргә был сара үҙҙәрен башҡалар менән сағыштырып ҡарау, ыңғай тәжрибәләрен өйрәнеү, яңы юлдар табыу мөмкинлеген бирәсәк, сөнки республика нәшриәттәренең ижади һәм иҡтисади ҡеүәте ҙур, ә ҡалыптарҙы емереү фарыз. – “Китап байрамы” форматы мәҙәни фестиваль үҙенсәлектәрен дә үҙ эсенә алған, тигән фекер менән килешәһегеҙме? – Форматына килгәндә, был сара һәр яҡлап уникаль, сөнки бында китап күргәҙмә-йәрминкәһенән тыш, киң мәҙәни, эшлекле программа төҙөлгән, хатта гастрономия менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн дә махсус майҙансыҡтар буласаҡ. Өс көн дауамында, иртәнән кискә тиклем, теләгән бер кеше, ҡыҙыҡһыныуына ҡарап, төрлө майҙансыҡтарҙа үткән сараларҙа ҡатнаша, спектаклдәр, кинолар ҡарай аласаҡ. Ил кимәлендәге билдәле шәхестәр, сәнғәт-мәҙәниәт әһелдәре, тарихсылар, китап авторҙары, журналистар һәм башҡалар осрашыуҙар уҙғарасаҡ, йәнле һөйләшеүҙәр ойошторасаҡ. Мәҫәлән, Рәсәй тарихи мәғариф буйынса ведомство-ара комиссияһы рәйесе Владимир Мединский тарих уҡытыусылары менән осрашырға теләк белдерҙе. Аңлап тораһығыҙ, тынғыһыҙ осорҙа йәшәйбеҙ һәм тарих уҡытыусыларына был ваҡытта икеләтә ҡатмарлыраҡ, сөнки мәғлүмәти һуғыш саралары ярҙамында аҡты ҡара тип иҫбатларға маташҡан осраҡтар бик күп. Унан, ижтимағи-сәйәси үҙгәрештәр артынан уҡыу әсбаптары ла өлгөрә алмай, бәғзе осраҡта программаға ниндәйҙер үҙгәрештәр индерелә, ә китапта уларҙың булмауы ла ихтимал. Хәҙерге заман шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышының әһәмиәтен дә тәрәнерәк баһалау кәрәклеген аңғартты – был теманы ла мәктәптәрҙә киңерәк, тәрәнерәк өйрәнеү мөһим, шуға күрә осрашыу уҡыусыларға ла, методистарға ла, ғөмүмән, тарих менән ҡыҙыҡһыныусыларға ла ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайым. – Унан тыш, “Китап байрамы” көн һайын “Мөһим ғәмәлдәр хаҡында һөйләшеүҙәр” рәүешендәге осрашыуҙар менән асыласаҡ. Мәғлүм булыуынса, бындай дәрестәр ил мәктәптәрендә Рәсәйҙең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен нығытыу һәм илһөйәрлек тәрбиәләү өсөн үткәрелә. Сара сиктәрендәге осрашыуҙарҙың маҡсаты ла ошо ҡиммәттәргә тап киләме? – “Мөһим ғәмәлдәр хаҡында һөйләшеүҙәр” рәүешендәге осрашыуҙарҙың мәктәптәрҙәге әһәмиәте, һис шикһеҙ, ҙур, әммә әлегә был башланғыс ҡына булып ҡала, уны мәғәнәүи һәм методик яҡтан камиллаштырыу фарыз. Һис шикһеҙ, был йәһәттән уҡытыусыларҙың әҙерлеген нығытыу кәрәк булһа, икенсе яҡтан, тема төрлөлөгө, балалаларҙың иғтибарын йәлеп итерлек үҙенсәлектәр булыуы ла мөһим. Шуға күрә “Китап байрамы”на ил кимәлендәге төрлө күренекле, сағыу шәхестәрҙе, яҙыусыларҙы, мәҙәниәт-сәнғәт әһелдәрен саҡырып, мәктәп уҡытыусылары, тәрбиәселәр, ата-әсәләр өсөн “Мөһим ғәмәлдәр хаҡында һөйләшеүҙәр” рәүешендә оҫталыҡ дәрестәре ойошторорға ниәтләнек. Улар һәр кем өсөн ҡыҙыҡ һәм йөкмәткеле буласаҡ. Спикерҙар исемлеге ярайһы тос: данлыҡлы яҙыусы Татьяна Устинова, тележурналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Тимофей Баженов, яҙыусы, психолог, журналист Михаил Лабковский, пианист-виртуоз Денис Мацуев, сәхнә йондоҙҙары Дмитрий Дюжев, Дарья Мороз, Даниил Спиваковский һәм башҡалар – һәр кем үҙе өсөн ҡыҙыҡлы шәхес һәм тема табыр, ҡараштар даирәһен киңәйтер, тип уйлайым. – Был сара – милли мәҙәниәтебеҙҙе тағы бер тапҡыр донъя кимәлендә танытыу мөмкинлеге, тип тә ҡарарға мөмкин... – Һүҙҙе бер аҙ йыраҡтан башлайым әле. Бынан бер нисә йыл элек Өфөлә Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары уҙғайны. Шунда сит ил делегациялары менән аралашҡанда, бер вәкил: “Байрамдың юғары кимәленән хайранбыҙ! Рәсәй беҙ күҙаллаған күренештәргә бөтөнләй тап килмәй. Даими ут һүндерәләр, ҡырағай хайуандар урамда йөрөй тигәс, кеҫә фонарҙары һалып алдыҡ, хәүефһеҙлек өсөн бик борсолғайныҡ”, – тип аптыратҡайны. Кешеләр шулай ҡоролған – ҡалыптар менән йәшәй. Башҡорттарға ҡағылышлы ҡалыптар ҙа бар. Беренсенән, беҙҙең халыҡты һыбайлы, уҡ-һаҙаҡлы, ҡурҡыу белмәҫ яугир тип күҙаллайҙар. Икенсе яҡтан, ул йыр-моңға ғашиҡ, ҡурай тарта, өҙҙөрөп йырлай һәм бейей, тиҙәр. Рухи йәһәттән көслө, тәрән тарихлы халыҡ, тип тә билдәләйҙәр. Рухиәтебеҙҙең нигеҙендә иһә быуаттарҙан-быуаттарға күсеп килгән халыҡ ижады өлгөләре, риүәйәттәр, легендалар, йыр-моңобоҙ ята. Башҡорт халҡын төрлө ҡәүемдәргә билдәле иткән мәғрифәтселәребеҙҙе, сәсәндәребеҙҙе генә алайыҡ: арҙаҡлы башҡорт Мифтахетдин Аҡмулланы, мәҫәлән, ҡаҙаҡтар ҙа үҙ халҡының данлыҡлы шәхесе тип иҫәпләй. Педагог, мәғрифәтсе, дин әһеле Зәйнулла ишан Рәсүлев, тиңе булмаған рухи ҡомартҡы – “Урал батыр” эпосын яҙып алып, түкмәй-сәсәмәй халыҡҡа еткергән Мөхәмәтша Буранғолов, Ерәнсә сәсән һәм башҡалар – барыһы ла халҡыбыҙҙың рухи ҡеүәтен билдәләгән шәхестәр. Унан тыш, бөтә халыҡтар ҙа тиҫтәләрсә томдарҙан торған “Халыҡ ижады” йыйынтығы менән маҡтана алмай – был да халҡыбыҙҙың рухи мираҫы, шуға күрә “Китап байрамы”нда Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивален дә уҙғарыу һәр йәһәттән урынлы һәм кәрәкле. Уның тап Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге юғары уҡыу йорто эргәһендә ойошторолоуы ла символик әһәмиәткә эйә. Әйткәндәй, университет бихисап сит ил юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә, шуға уны республиканан ситтә лә яҡшы беләләр. Корпус алдында милли майҙан йәйелдереләсәк, унда төрлө йүнәлештәге майҙансыҡтар эшләйәсәк. Сәсәндәр – һүҙ оҫталары Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан тарафтарынан киләсәк. Әлбиттә, башҡорт сәсәндәре лә сығыш яһаясаҡ. Тап сәсәндәр һүҙ көсөн һәм ҡеүәтен йөрәктәргә үтеп инерлек итеп еткерә белә – был бәйге ошоно йәнә иҫбатлар, тип уйлайым. Байрамдың тәүге көнөндә иһә ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар Башҡортостандың сигелгән картаһын – ысын хазинаны күрә аласаҡ. Карта – тиҫтәләгән оҫталарҙың, рәссамдарҙың һәм дизайнерҙарҙың үҙенсәлекле эше. Ул күп милләтле Башҡортостандың берҙәмлеген, бай мәҙәни мираҫын, хеҙмәттә һәм сәнғәттә берләшә алыуын аныҡ күрһәтә. – “Китап байрамы”н уҙғарыу урынына туҡталып үтәйек. Совет майҙаны республика халҡы өсөн айырым әһәмиәткә эйә, сөнки ул – тарихыбыҙҙың бер сағылышы. Былтыр майҙанда халҡыбыҙҙың легендар батыры, генерал Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйылды, әлеге ваҡытта тап ошонан ҡаһарман ир-егеттәребеҙҙе махсус хәрби операцияға оҙатабыҙ һәм ҡаршылайбыҙ. ”Китап байрамы”н тап ошо майҙанда уҙғарыуҙың символик мәғәнәһе бармы? – Ошо урында тағы бер ғәмәлде билдәләп үтке килә. Бер нисә йыл элек Совет майҙаны машиналар өсөн туҡталҡа булғанын һәммәбеҙ иҫләй. Республика етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбиров уны үҙгәртеп ҡороу башланғысын иғлан иткәс, йәмәғәтселектә төрлө фекерҙәр яңғыраны. “Автомобилдәргә урын булмаясаҡ”, “урам тығындарҙа торасаҡ” тигәндәре лә яңғыраны. Әммә бөгөн беҙ республика етәксеһенең ни тиклем киң һәм тәрән фекерләгәненә тағы бер тапҡыр инандыҡ – Совет майҙаны үҙенең сакраль әһәмиәтен тергеҙҙе, халыҡ өсөн әһәмиәтле, изге урынға әйләнде. Ҡасандыр генерал Шайморатов тап шунан яуға юлланған, бөгөн иһә уның майҙандағы бронза һыны ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ҡаршылай; йәштәр, балалар ҙа шунда барырға ярата, республика тормошондағы мөһим ваҡиғалар ҙа ошо урында уҙа. Заман заңына ярашлы, хәрби-патриотик юҫыҡтан да майҙан әүҙем файҙаланыла, әммә тәүге сиратта ул халыҡтың күңеле ятҡан, ял итә торған ер булырға тейеш. Ошо йәһәттән, “Китап байрамы”н Совет майҙанында уҙғарыу – ифрат отошло ҡарар, минеңсә. Әйткәндәй, Мәскәүҙә лә иң ҙур китап йәрминкәһе Ҡыҙыл майҙанда уҙғарыла. Икенсе яҡтан, беҙ Өфөнө ҙур һәм киң тип күҙаллайбыҙ, әммә һанай башлаһаҡ, ниндәйҙер киң ҡоласлы саралар ойоштороу өсөн урындар бик күп түгел. Иң билдәлеләренә килгәндә, Салауат Юлаев майҙаны күргәҙмә-йәрминкә форматы өсөн бәләкәй, “Ватан” паркы географик йәһәттән уңайһыҙ һәм башҡалар. Совет майҙаны иһә был сара өсөн һәр йәһәттән уңайлы. Беренсенән, ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан, бар мөһим ижтимағи-мәҙәни объекттар, юғары уҡыу йорттары – һәммәһе лә яҡын. – Китаптың рухи сығанаҡ икәнлеген бер заман да инҡар итә алмай, хатта әлеге техник мөмкинлектәр ифрат алға киткән осорҙа ла, тип билдәләнек. Ошо йәһәттән, фәҡәт һеҙҙең өсөн китап нимә ул? – Был сараға, әлбиттә, үҙем генә түгел, яҡындарымды ла йәлеп итәсәкмен. Ғаиләбеҙҙең һәр ағзаһы үҙенең ҡыҙыҡһыныуҙарына ярашлы сараларҙы барып күрер, китаптар табыр, тип ышанам. Шәхсән үҙемә килгәндә, мин китапҡа изге төшөнсәгә ҡараған кеүек бағам һәм уҡырға бик яратам – ваҡыт ҡына етһен. Балаларымды үҙемдең өлгөлә тәрбиәләргә тырышам. Китапҡа һөйөү, һис шикһеҙ, бала саҡтан килә. Һәр кем күңеленә үтеп ингән, ҡыҙыҡһындырған, мауыҡтырған баҫмаһын табырға тейеш, тип иҫәпләйем. Шул саҡта китап донъяһы үҙенә йәлеп итә, уҡығы килеп кенә тора. Мәҫәлән, минең бишенсе класҡа тиклем китаптарға бик иҫем китмәй торғайны. Китапханала Жозеф Рониҙың “Ут өсөн көрәш” баҫмаһына тап булғас, тәүтормош кешеләре йәшәйеше хаҡында хайран ҡалып уҡығаным иҫтә ҡалған. Эдгард Берроуздың данлыҡлы “Тарзан” тураһындағы романына тап булғас, бөтөнләй донъямды оноттом. Китаптағы мажаралар шул тиклем ҡыҙыҡ тойолдо, хатта егерменән ашыу томды ни арала уҡып бөткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Әле лә уҡырға яратам. Ҡайһы берәүҙәр яйлап, тәьҫораттарын һуҙып, оҙаҡ итеп уҡый, мин иһә ҡыҙыҡлы китапҡа тап булһам, күләменә ҡарамайым – йотлоғоп уҡыйым, бер нисә көндә аҙағына етергә тырышам. Әлбиттә, эш араһында был мөмкин түгел. Шуға ял осорона китаптарҙы алдан әҙерләп ҡуям. Әлеге ваҡытта үҙем өсөн афған яҙыусыһы Халед Хоссейниҙы астым. “Мең балҡыған ҡояш” (“Тысячи сияющих солнц”), “Елдәр артынан елеүсе” (“Бегущий за ветрами”) кеүек әҫәрҙәре тормош хаҡында икенсе күҙлектән фекерләргә, йәшәйешебеҙҙең мәғәнәһен ҡабаттан баһаларға өйрәтә. Эш шунда: Хоссейни һәр саҡ һуғыш, етешһеҙлек хөкөм иткән Афған ерендә тыуып үҫкән һәм шундағы кешеләрҙең, ғаиләләрҙең образдары аша тотош халыҡтың иҫ киткес ауыр, ҡанлы яҙмышын һүрәтләй. Уйлап ҡараһаң, афған халҡы бер ҡасан да тыныс, матур тормошта йәшәмәгән, унда – һәр көн йәшәү өсөн көрәш, оло һынау. Әммә шуға ҡарамаҫтан, милләт һәм дәүләт булған һәм бар – тарихсы булараҡ, был хәҡиҡәт миндә һәр саҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Бәғзе саҡта иһә ошоларҙы Башҡортостан менән сағыштырам һәм тағы бер тапҡыр, халҡыбыҙ ни тиклем бәхетле, тигән һығымта яһайым: тәбиғәтебеҙ хайран ҡалырлыҡ хозур: урман-тауҙар, йылға-күлдәр йәйрәп ята; миҙгелдәр төрлөлөгө лә – ҡышыбыҙ ҙа, йәйебеҙ ҙә бар – ҙур бәхет. Файҙалы ҡаҙылмаларҙың ниндәйе генә юҡ. Иҡтисади яҡтан да тотороҡло төбәк, мөмкинлектәр шундай күп. Иң мөһиме – тыныс тормошта йәшәйбеҙ. Әммә шулай ҙа... Уйланырлыҡ урындар етерлек. “Китап байрамы”на килгәндә, ул Өфө өсөн ғәйәт ҙур тәжрибә буласаҡ. Илдәге бәғзе төбәктәр “спорт баш ҡалаһы”, “мәҙәни баш ҡала” тигән һәм башҡа яңғырауыҡлы атамалар йөрөтә. Бәлки, ошо ҙур сара беҙгә “Өфө – китап баш ҡалаһы” тип әйтерлек мөмкинлек һәм ҡеүәт бирер? Һәр хәлдә, был киң мәҙәни-рухи проект уңышлы үткән осраҡта, уны артабан да тормошҡа ашырыу ниәте бар. – Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!