Ошо минуттарҙа меңәрләгән яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операцияла яңынан баш ҡалҡытҡан нацистарға ҡаршы көрәшә. Улар араһында үҙ теләге менән ирекмән булып киткән яугирҙәр ҙә бик күп. “Һеҙ ниңә махсус хәрби операцияла ҡатнашырға булдығыҙ?” – тип уларҙың күптәренә һорау биргәнебеҙ булды. “Тыуған илебеҙҙе яҡларға”, “Үҙебеҙҙең егеттәргә ярҙам итергә кәрәк”, “Унда беҙҙе көтәләр” тигән яуаптар ишетергә тура килде. Ысынлап та, ир-егеттәрҙең фекерләүе ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡынан күпкә айырыла. Уларҙа яугирлек рухы көслө, үлемдән дә ҡурҡмайҙар һәм еңеп ҡайтырҙарына ныҡлы ышаналар. Ир-егеттәрҙең ошондай күтәренке кәйефтә булыуына тылдағы ҡараш, һәр кемдең ярҙам итергә әҙер тороуы ла көс өҫтәйҙер инде. Улдарын яуға оҙатҡан әсәйҙәр ниндәй уйҙар кисереүен белеү маҡсатында Саҡмағош районының Саҡмағош ауылында йәшәгән 11 бала әсәһе, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең ҡатындары һәм әсәләре үҙҙәренең комитетын етәксеһе, район Советы депутаты, йәмәғәт эшмәкәрлеге, ирек