Найти тему
Башҡортостан гәзите

Банк хеҙмәткәребеҙ тип шылтыратһалар...

Алдаҡ юл һәм хәйләгә барып аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағыусыларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Был турала полиция хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ аңлатыу эштәре алып бара, шулай булыуға ҡарамаҫтан, мут әҙәмдәрҙең тоҙағына эләгеүселәр әле булһа табылып тора. Әйткәндәй, Өфө халҡы 2,4 миллион һумдан ашыу аҡсаһын "юғалтҡан". Рәсәй Эске эштәр министрлығы идаралығының 2-се полиция бүлегенә ошоға оҡшаш хәл буйынса ике кеше мөрәжәғәт иткән. Һөйләүҙәренсә, банктан уларға шылтыратыу булған, үҙҙәрен банк хеҙмәткәре тип таныштырған. Быларға кредит юлларға ярҙам итәбеҙ тигәндәр. Ҡыҫҡаһы, улар юллаған кредиттарын әлеге банк хеҙмәткәренең картаһына күсергән. Аҙаҡтан терһәктәрен тешләрҙәй булғандар, әммә һуң инде. Был хәл-ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, банк хеҙмәткәре тип таныштырған осраҡта улар менән бәйләнеште тиҙ генә өҙөргә кәрәк. Социаль селтәрҙәрҙә лә һаҡ булыу зарур. Телефонығыҙға шикле ҡушымталарҙы теркәмәгеҙ! Фото:kreditkarti.ru