Бөгөн бәләкәй балаларға бәйле тағы бер бәхетһеҙ осраҡ тураһында билдәле булды. Мәләүез ҡалаһында өс йәшлек ҡыҙ баланы раковина баҫып үлтергән. Был турала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйткәндәр. – 4 июнь көндө ата-әсәһе баланы тын алмаған һәм йөрәге типмәгән килеш дауаханаға килтергән. Табиптар реанимация саралары башҡарып ҡараған, тик һөҙөмтә булмаған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала үлгән, – тигәндәр ведомствола. Mash Batash телеграм-каналында хәбәр ителеүенсә, бала өлкән ағаһы һәм апаһы менән өләсәләрендә ҡунаҡта булған. Ҙур балалар тышҡа уйнарға сыҡҡан, ә өләсәһе менән олатаһы баҡсала булған саҡта, сабый өйҙә яңғыҙы ҡалған. Ул ванна бүлмәһенә ингән, сүп-сар биҙрәһенә баҫҡан һәм раковинаға тотонған, ә ул стенаға беркетелмәгән булған. Һөҙөмтәлә ауыр раковина һәм тумба баланың өҫтөнә ҡолаған һәм үлтергәнсе ҡыҫҡан. Инде тын алмай башлаған баланы апаһы тапҡан һәм өлкәндәрҙе саҡырған. Улар машина менән ҡыҙыҡайҙы дауаханаға алып барған, тик һөҙөмтә аяныслы. Әлеге ваҡытта Тәфтиш комитетында был хәл буйынса тикшереү башланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала бәләкәй балаларға бәйле фажиғәләр артты. Майҙа ғына ике йәшлек малайға телевизор ҡолап, үлгәйне, ошо көндәрҙә ике йәше лә тулмаған сабый бассейнда батып һәләк булды. Әле каникулдар ваҡыты, бәләкәй балаларға ҡарата айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Иң мөһиме, уларҙы яңғыҙҙарын ҡалдырмағыҙ. Бындай ауыр фажиғәләр өйҙәребеҙгә башҡа килмәһен ине. Фото: Mash Batash