Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Рөстәм ағай, ут өсөн түләп өлгөрмәнем, түләрһегеҙ инде..."

Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәр сиратлап тыуған яҡтарына ялға ҡайта. Мобилизация башланғас та Хәйбулла районы Аҡъюл ауыл биләмәһенән Флорид исемле шаян егет район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа автобустың тәҙрәһенән башын сығарып: "Рөстәм ағай, ут өсөн түләп өлгөрмәнем, түләрһегеҙ әле" тип ҡысҡырғанын күптәр әле лә йылмайып иҫләп ала. Был хаҡта район башлығы үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә лә яҙған. "Рөстәм ағай, ут өсөн квитанцияны түләп өлгөрмәнем, минең өсөн түләрһегеҙ инде", - тип көҙ көнө махсус хәрби операция территорияһына юлланған был шаян егетте күптәр хәтерләйҙер. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайткан осорҙа ла район хакимиәтенә һуғылып, хәл-әхүәлдәрен һөйләп китте бөгөн Флорид. Кәйефе көр, маҡсаттары аныҡ, ниәттәре изге беҙҙең егеттәрҙең. Ошондай уҡ рух күтәренкелеге менән йәнә осрашырға, ҡаршы алырға яҙһын уларҙың барыһын да", - тигән Рөстәм Динислам улы. Донъялар имен булһын, ерҙә тыныслыҡ урынлашһын һәм яугирҙәр тыуған яҡтарына тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын! Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.