Найти в Дзене

Бәрсеүән хәҙер сылтырап аға

Яңауыл районының Байғужа ауылынан бер туған Вәлиевтәрҙе был төбәк халҡы эшһөйәр, үҙ-ара татыу, ниндәй эшкә тотонһалар – шул ҡулдарынан килгән булдыҡлы зат тип белә. Күптән түгел улар республикабыҙҙа иғлан ителгән “Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы”на ҡушылып, ауыл янындағы Бәрсеүән шишмәһе буйын төҙөкләндергән. Ағалы-ҡустылы Вәлиевтарҙың икәүһе – Азат менән Зөфәр тыуған ауылында төпләнгән, өлкәндәре Данис менән Алмас Нефтекама ҡалаһында йәшәй. Зөфәр Йәсәүи улы Байғужа ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын лайыҡлы башҡара. Тыуған төйәген матурыраҡ итеү, халыҡтың йәшәйешен күркәмләндереү маҡсаты менән янып йәшәгән уҙамандарҙың береһе ул. Ауыл янындағы Бәрсеүән шишмәһен төҙөкләндереү тәҡдимен еткергәс, был эшкә бер туған ағалары – Данис, Алмас, Азат ихлас ҡушыла, атайҙарға балалар ҙа ҙур теләк менән ярҙам итә. – Эш ике аҙна самаһы барҙы. Барлыҡ кәрәкле материалды үҙ иҫәбебеҙгә һатып алдыҡ, 65 мең һум самаһы аҡса тотондоҡ. Беҙҙең башланғыс хаҡында ишетеп, эшҡыуар күршебеҙ Илгиз Римфел улы Муллаҡае

Яңауыл районының Байғужа ауылынан бер туған Вәлиевтәрҙе был төбәк халҡы эшһөйәр, үҙ-ара татыу, ниндәй эшкә тотонһалар – шул ҡулдарынан килгән булдыҡлы зат тип белә. Күптән түгел улар республикабыҙҙа иғлан ителгән “Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы”на ҡушылып, ауыл янындағы Бәрсеүән шишмәһе буйын төҙөкләндергән. Ағалы-ҡустылы Вәлиевтарҙың икәүһе – Азат менән Зөфәр тыуған ауылында төпләнгән, өлкәндәре Данис менән Алмас Нефтекама ҡалаһында йәшәй. Зөфәр Йәсәүи улы Байғужа ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын лайыҡлы башҡара. Тыуған төйәген матурыраҡ итеү, халыҡтың йәшәйешен күркәмләндереү маҡсаты менән янып йәшәгән уҙамандарҙың береһе ул. Ауыл янындағы Бәрсеүән шишмәһен төҙөкләндереү тәҡдимен еткергәс, был эшкә бер туған ағалары – Данис, Алмас, Азат ихлас ҡушыла, атайҙарға балалар ҙа ҙур теләк менән ярҙам итә. – Эш ике аҙна самаһы барҙы. Барлыҡ кәрәкле материалды үҙ иҫәбебеҙгә һатып алдыҡ, 65 мең һум самаһы аҡса тотондоҡ. Беҙҙең башланғыс хаҡында ишетеп, эшҡыуар күршебеҙ Илгиз Римфел улы Муллаҡаев ихлас ярҙамын тәҡдим итте – бер йөк машинаһы ҡырсынташ алып килде. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһен күреп, үҙебеҙ ҙә һөйөндөк, ауылдаштар ҙа ҡыуанды, күптәр рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, – ти Зөфәр Йәсәүи улы. Бәрсеүән буйы матур төҫ алған: шишмәнең ағып сыҡҡан урыны һыу алыу өсөн уңайлы итеп эшләнеп, декоратив таш менән көпләнгән, ошонда уҡ эскәмйәләр урынлаштырылған. Вәлиевтәр был урынды киләсәктә лә ҡарап, тәрбиәләп торорға ниәтләй. Газон үләне сәсеп, һыу һибеп торалар. “Бөгөн һәр йортта тиерлек крандан һыу аға, ҡырҙан ташырға ла кәрәкмәй, әммә шишмә – ауылдың йөҙө, халыҡтың тәбиғәткә ҡарашының көҙгөһө кеүек ул. Шишмә һыуын эсһәң, көс-дәрт артҡандай тойола, эргәһендә ултырып ял итеү ҙә күңелгә рәхәтлек бирә. Ауылдаштар Бәрсеүәндең ошо матурлығын баһалар, һаҡлар, тип ышанабыҙ”, – ти Вәлиевтәр. Фотолар: Вәлиевтәр ғаиләһенең шәхси архывынан.