Республика киң мәғлүмәт сараларының “Медиайыйын” 3-сө медиафорумының йомғаҡлау сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. - Беҙ өсөнсө тапҡыр ошондай форматта йыйылабыҙ. Бөгөн һеҙҙең хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт әйтер инем. Беҙ барыбыҙ ҙа ҙур бер етди команда. Һәм ул алға барыуға маҡсатланған. Был ябай юл түгел, сөнки ҡаршылыҡтар ҙа бар. Беҙгә бик ябай булмаған осор тура килде. Пандемиянан сығыуға махсус хәрби операция башланды. Мәғлүмәт менән эш был осорҙа мөһим роль уйнай. Мәғлүмәт һуғышы барыуын да билдәләргә кәрәк. Журналистиканың маҡсаты – дөрөҫ мәғлүмәт еткереү, - тине ул. Бер төркөм журналистар Радий Фәрит улы ҡулынан абруйлы наградалар ҙа алды. Мәҫәлән, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштар” ордены, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы генераль директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Бүләкләнеүселәр араһында хеҙмәттәшебеҙ Сажиҙә Ғилметдинова ла булды. Радий Хәбиров уға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙы. 1986 йылда “Башҡортостан” гәзитенә эшкә килгән хеҙмәттәшебеҙ бөгөнгәсә үҙенең эшенә тоғро һәм намыҫлы хеҙмәт итә. - Минең эшемде күреп наградаға тәҡдим иткәндәре өсөн коллективыма һәм етәксемә ҙур рәхмәт, - тине ул. Коллегабыҙға артабан да эшенән йәм табып хеҙмәт итергә яҙһын. Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларының илебеҙ төбәктәренә өлгө булыуын билдәләне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ул Рәсәй Журналистар союзының “Һөнәри берләшмә алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” почетлы билдәһен тапшырҙы. Республика журналистарын берләштергән медиафорум Башҡортостан Башлығының гранты ярҙамында үткәрелде. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.