Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Иң яҡшы ауыл табибы” ҡайҙа йәшәй?

“Йылдың иң яҡшы табибы” республика конкурсына йомғаҡ яһалыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн “Иң яҡшы ауыл табибы” номинацияһында еңгән Ризида Фәвәрис ҡыҙы Фабер менән таныштырмаҡсыбыҙ. 37 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә табип Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны булып тора, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы исеменә лайыҡ, “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орден миҙалы менән наградланған. Хеҙмәт юлын Ужур-4 ҡалаһының хәрби госпиталендә шәфҡәт туташы булып башлай, 1997 йылдан Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһының Миәҙәк табиплыҡ амбулаторияһында эшләй. “Эшемде бик яратам, ваҡытымдың күп өлөшөн уға бүләм. Тирә-яғымдағы кешеләрҙең һау-сәләмәт, бәхетле булыуын күргем килә. Эшемде камиллаштырырға ынтылам, - ти ул. – Беҙҙең профессия ғаилә ағзаларына сәләмәтлек мәсьәләләре буйынса ярҙам итеүҙән тыш, ғаиләнең медик-социаль проблемаларын хәл итеүҙә лә ҡатнашырға тейеш”. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. -