Кисә Баймаҡ районынында оло фажиғә теркәлгән. Бер аҙнанан ике йәше туласаҡ ҡыҙ бала атаһы урынлаштырып биргән йорт янындағы бассейнда батып үлгән. Бассейндың тәрәнлеге 45 см, ҙурлығы 103х63х18 булған. Атаһы был ваҡытта машина ремонтлаған. Ниндәйҙер мәлдә ҡыҙы күренмәй башлағас, эҙләргә тотонған. Ир балаһының йәнһеҙ кәүҙәһен бассейнда тапҡан. 33 йәшлек ир менән 38 йәшлек ҡатындың ғаиләһендә 7, 8 йәшлек ҡыҙҙар, 5 йәшлек һәм яңы тыуған малайҙары үҫә. Бынан тыш ҡатындың тәүге никахынан ике бала бар. Ишле ғаилә яҡшылар иҫәбендә торған, матур йәшәгән. Осраҡ буйынса тикшереү башланған. Ҡаза ишек шаҡып килмәй шул... Ата-әсәнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ата-әсәләргә кескәй балаларын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәңәш итәбеҙ! Фото: toyway.ru