Форумдың пленар өлөшөнән һуң журналистарҙың йыйыны төрлө залдарҙа оҫталыҡ дәрестәре форматында дауам итте. "Бөгөнгө замандың медиагеройҙары. Махсус хәрби операция аудитория талабын нисек үҙгәртте?" тигән темаға оҫталыҡ дәресе журналистарҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьевтың сығышы бөгөнгө көн өсөн көнүҙәк булды. Мәғлүмәт фронтындағы эштең бөгөн бик көсөргәнешле булыуы, һәр мәғлүмәтте тикшереп биреү кәрәклеге лә иғтибарға алынды. Кемдәр хәрби хәбәрсе була ала, уның өсөн ниндәй әҙерлек кәрәк, уларҙы ниндәй ҡатмарлыҡтар көтөүе тураһында аңлатыуҙары ла урынлы булды. Оҫталыҡ дәресендә Рәсәй Федерацияһының Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының ваҡытлы матбуғат һәм китап индустрияһына дәүләт ярҙамы департаменты директоры урынбаҫары Светлана Дзюбинская ла ҡатнашты. Әлеге ҡатмарлы осорҙа журналистарҙың гуманитар ярҙам ойоштороу сараларында әүҙем ҡатнашыуҙары ла иғтибарға алынып, бының өсөн уларға рәхмәт әйтелде. Осрашыуҙа залдан да байтаҡ һорауҙар яңғыраны. - Коллегалар менән аралашыу бик ҡыҙыҡлы булды. Киҫкен һорауҙар ҙа күтәрелде. Өфөгә килеп, коллегалар менән аралашыуыма шатмын, - тине Владимир Соловьев. Автор фотолары.