Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хеҙмәте бушҡа түгелмәгән

Дәүләкән районынан педагогия хеҙмәте ветераны Миңлегөл Хәбиәхмәтованың ғаиләһендә бер нисә уҡытыусы бар. Ул ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫһә лә, уҡыуға ынтылыш бәләкәйҙән һалынған. Ғүмер буйы “Родина” колхозында хеҙмәт иткән атаһы менән әсәһе балаларын белем алыуға өндәп үҫтерә. – Әсәйем Мөхтәрәмә Ҡасим ҡыҙы бәләкәйҙән үк уҡытыусы булырға хыялланған, тик теләген ысынбарлыҡҡа ашырырға тура килмәй, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ҡайҙа ти инде ул уҡыу! – тип һөйләп алып китте ул. – Үҙҙәре белем алмағанға күрә, ата-әсәйебеҙ бөтә балаларының да дипломлы белгестәр булыуын һәм Тыуған илебеҙ файҙаһына эшләүен теләне. Беҙ уларҙың кәңәштәренән тайпылманыҡ. 1969 йылда, Дәүләкән ҡалаһындағы 3-сө урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Иҫке Мерәҫ тулы булмаған мәктәп директоры Зәйнулла ағай Ғабдуллин миңә пионервожатый эшен тәҡдим итте. Ихлас ризалаштым. Мәктәптә эшләү күңелемә ятты, тәжрибәле коллегаларым һүҙ менән дә, эш менән дә һәр саҡ ярҙам итте. Татыу коллективта мине тәүге көндәрҙән үк үҙҙәренеке һымаҡ ҡабул иттеләр. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға индем, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара башланым. Хаҡлы ялға сыҡҡансы тыуған ауылымда балаларға белем бирҙем. Ирек ҡустым, Гөлшат һеңлем дә минең юлды һайланы, улар ҙа педагогтар. Вәлимә һеңлем генә мәҙәниәт өлкәһен һайланы, оҙаҡ йылдар клуб мөдире булып эшләне. Һуңыраҡ инде балаларым: ҡыҙым Гөлдәр, улым Нурислам да киләсәген мәктәп менән бәйләргә ҡарар итте. Улын IX класты тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инде һәм туған мәктәбенә эшкә ҡайтты. Оҙаҡ йылдар йәш быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Уның өлкән ҡыҙы, йәғни ейәнсәрем Алина, Салауат педагогия колледжын тамамлап, мәғариф өлкәһендә тәүге аҙымдарын яһаны. Мин киләсәктә ейәндәрем һәм бүләләрем араһында уҡытыусы һөнәрен һайлаусылар тағы булыр әле, тип ышанам.Ҡыҙым Гөлдәр бөгөн дә Имай-Ҡарамалы мәктәбендә балалар уҡыта. Уның педагогик стажы – 28 йыл. Шулай итеп, Ғәйнуллиндар һәм Хәбиәхмәтовтарҙың ғаиләләрендә уҡытыусылар династияһы барлыҡҡа килде. Мин үҙ еремдә бер нисә тиҫтә йыл дауамында туған тел дәрестәре уҡытыуым менән бәхетлемен. Һөнәремде бик тә яраттым. Иртән мәктәпкә ҙур теләк менән, уҡыусыларымды, хеҙмәттәштәремде һағынып бара торғайным. Бында бит ул үҙе айырым донъя. Төп илһам сығанағы уҡыусыларым булды. Бергәләп төрлө сараларға, олимпиадаларға, тематик кисәләргә әҙерләнә инек. Уҡытыусы һөнәре – минең өсөн иң хөрмәтлеләрҙең береһе. Йәштәрҙең ошо йүнәлеш буйынса белем биргән юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлап, мәктәптә эшләй башлағандарын ишетһәм, уғата һөйөнәм. Әйтергә кәрәк, уҡыусыларым араһында ла педагог булып киткәндәр байтаҡ, – тип һөйләне әңгәмәсем. Һәр саҡ ярҙам итеп, ҡеүәтләп торғандары өсөн ғаиләһенә, иренә, балаларына ла рәхмәтле ул. Хәҙер инде ун йылдан ашыу пенсияла булһа ла, Миңлегөл Тимерхан ҡыҙы туған коллективын һағына. Элекке коллегаларының онотмауы, байрамдар менән ҡотлауы уға күңел йыуанысы бирә. Шулай ҙа уның өсөн иң ҡиммәтлеһе – уҡытҡан уҡыусыларының рәхмәт һүҙҙәре. Күптәре инде бөгөн үҙҙәре ата-әсә, олатай һәм өләсәйҙәр булһа ла, шаулы мәктәп йылдарын, шул иҫәптән башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен йылылыҡ менән иҫкә алалар. ”Улар туған телен, үҙ халҡының мәҙәниәтен белә һәм ярата икән, тимәк, хеҙмәтем, тырышлығым бушҡа түгелмәгән”, – тип ҡәнәғәт йылмая хаҡлы ялдағы педагог. Әлиә УРАҘБАХТИНА Дәүләкән ҡалаһы.