Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иман нурлы ижад илселәре

Учалы ерендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы-хажиә Лира Яҡшыбаева менән ижади осрашыуҙар булды. Әҙиптәрҙең сираттағы сәфәрендә хәҙерге көндөң иң үҙәк проблемаларының береһе – йәш быуынды үҙ йәнтөйәгенең ысын хужаһы, милли рух ҡөҙрәтенә эйә, иманлы итеп тәрбиәләү, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе йөрәк түренә һалыу, педагогик алымдар, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт, уҡытыусы һәм уҡыусының бер тотамдан эшләү принциптарының концепцияһын булдырыу, төбәктең арҙаҡлы шәхестәре өлгөһөндә тәрбиәләү кеүек мәсьәләләр торҙо. Шул осрашыуҙарҙан алған тәьҫораттар менән уртаҡлашмай ҡалһам, яҙыҡ булыр ине. Өс көн буйы барған осрашыуҙа ҡоро хәбәр булманы, ә ысын мәғәнәһендә эшлекле һөйләшеү, асыҡтан-асыҡ, ихлас күңелдән ололар менән дә, дин әһел­дәре, уҡыусылар менән дә әңгәмәлә: “Эйе, беҙ Лира апайҙың изге әүлиәләр хаҡында яҙған, уҡыу программаларына ингән “Бәхетең үҙең менән”, “Исемем Салауат булһын”, “Ҡанатлы баһадир” һәм башҡа әҫәрҙәрен, Ринат ағайҙың “Әлфирә”, “Муса Мортазин”, “Оҙонтал” романдарын уҡып, геройҙарының үҙ Ватанына тоғролоғон, уның өсөн йәнен дә ҡыҙғанмай йәшәргә саҡырыуҙарын аңлайбыҙ”, – тигәндәре нисек ҡыуандыр­маһын инде. “Һәр саҡ әҙербеҙ!” – тигән төшөнсә үҙенән-үҙе, ирекһеҙҙән тулҡын­ландырып та ҡуя. Ҡайҙа ғына осрашһаҡ та, халыҡ, бигерәк тә уҡыусылар, китапхана хеҙмәткәрҙәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр, дин әһелдәре, ауыл ағинәйҙәре, ҡала һәм район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларының дәррәүлеген, Учалы ерендә юғары рухлы халыҡ йәшәүенә дәлил булыуын күреп, яҙыусылар ысын күңелдән ҡыуанды. Ошо осрашыуҙарҙың ҡайҙа һәм ҡайһылай матур үткәнен дә ҡыҫҡаса яҙмаҡсы булдым. “Мөжәүир хәҙрәт”, “Халҡыбыҙ изгеләре”, “Әүлиәләр аманаты”, “Ғабдулла Сәйеди”, “Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш”, ике китаптан торған “Хәҡиҡәт юлынан мәңгелеккә” тарихи-биографик романы, “Ашҡаҙар вальсы”, “Һылыу ҡарағас”, “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” һәм башҡа повестары, “Әүлиә” драмаһы авторы Лира Яҡшыбаева менән бергә Башҡортостан ерлегендә бына тигән киң полотнолы психологик 30 роман ижад итеп, уҡыусылар хөкө­мөнә тапшырған яҙыусыны быға тиклем күргән дә, белгән дә булманы. Арҙаҡлы ижадсыбыҙ Ринат Камалдың иҫ китмәле романдары, уҡып туймаҫлыҡ әҫәрҙәре! Ҡайҙан килә икән көс, һәләт, ижад ҡомары был әҙипкә?! Бына шул тос хеҙмәттең бер нисәһе генә: “Бәлә”, “Оҙонтал”, “Сабырйән”, “Таня-Таңһылыу”, “Әлфирә”, “Башҡорт ғәскәре”, “Ҡурай” һәм башҡалар. Ә Лира Яҡшыбаева Башҡортостандың 12 әүлиә­һе хаҡында повестар, донъя мосолман­дарының рухи короле Зәйнулла бин Хәбибулла бине шәйех Рәсүлиә хаҡында тарихи-документаль роман-эссе яҙып, республикала һәм унан ситтә (Ҡаҙағстан­да, Тажикстанда, Ҡарағалпаҡ, Татарстан, Ҡалмыҡ, Дағстан, Чечен, Ингуш республикалары һәм башҡаларҙа) дин тәғлимәттәренә яңы һулыш, заманға иң кәрәк рухи-әхлаҡи нормаларҙың абруйын күтәреүҙә, килер быуын вариҫтарына Зәйнулла ишан Рәсүлевтең, Ғабдрахман ишан Рәсүлевтең, Мөжәүир хәҙрәттең, Ғабдулла ишан Сәйедиҙең изге, әүлиәле доғаларын беренселәрҙән булып дауам иттереүсе хажиә-әҙибә булараҡ, үҙе лә рухи юғарылыҡ баҫҡысына күтәрелде. Был фәстереү түгел, ә бөгөнгө йәшә­йештең ысынбарлығы. Осрашыуға килгән халыҡ әлеге көндә Мөжәүир хәҙрәттең тормошо һәм диндар эшмәкәрлеге тураһында нәфис фильм әҙерләнеүен ишетеп, ныҡ ҡыуанды. Бын­дай сауаплы эштең башында тороу­сыларҙың изге ниәттәрен мин ижади ҡаһарманлыҡ тиер инем. Бындай фильм донъя күрһә, уның иң оло баһаға лайыҡ булырына иманым камил! Әйтергә теләүем: замандың ҡайһы ғына булһа ла өлкәһендә илһамлы, тырыш хеҙмәт күрһәткәндәргә элек тә, хәҙер ҙә аяҡ салыусылар була килгән (мәҫәлән, Зәйнулла Рәсүлевте ғәйепһеҙ көйө туғыҙ йылға төрмәгә ябалар). Әлеге көндә лә ижадсыларҙың юлында бындай хәлдәр осрап тора, әммә Ринат Камал да, Лира Әхмәт тә ошондай тормош ваҡлыҡ­тарынан юғары булырға тырыша. Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәп апай Биишева әйткәнсә йәшәргә: Ҙурлауҙар ҙур итә алмаҫ, Хеҙмәтең ҙур булмаһа. Хурлауҙар хур итә алмаҫ, Халҡың һөйөп ҙурлаһа! Ошо күҙлектән ҡарағанда, ике яҙыусы ла эшлекле сәфәрен Зәйнулла ишан рухынан фатиха алып, ул 25 йыл хеҙмәт иткән Аҡҡужа ауылы мәсетендә осрашыу менән башлауы, халҡыбыҙҙың рух короленең 190 йыллығын ололоҡлау­ҙары халыҡҡа оҡшаны. Уның музейы буйлап экскурсия, ҡыҙыҡлы әңгәмә лә күңелдәргә хуш килде. Иртәгәһенә осрашыу Аҡҡужа ауылында дауам итте. Әлеге көндә ауылдың “Рәсүлиә” мәсетенең имам-хатибы – Зәки Хәйбулла улы. Осрашыуға ағинәйҙәр, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәр­ҙәре, ауыл халҡы, район ағинәйҙәр ҡоро вәкилдәре килде. Яҙыусыларҙың икеһе лә төп һөнәре буйынса уҡытыусы булғанғамы, улар уҡыусылар менән тиҙ уртаҡ тел тапты. Тәрбиәүи темаға күҙгә-күҙ ҡарашып әңгәмә ҡороу, уның һорау – яуап рәүе­шендә алып барылыуы һәммәһенә лә оҡшаны. Осрашыуҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ә. Б. Абдул­линаның “Атайсалым. Телем. Халҡым” темаһына сығышы балалар күңеленә иман нурҙары һалдымы ни! Имам-хатиб Зәки Хәйбулла улының ауыл тарихы, Зәйнулла ишандың был ауылдағы хеҙмәте, йәнтөйәктең арҙаҡлы батыр­ҙары хаҡында сығышы иғтибарҙы көсәйтте, ул үҙе бер тарихи китап яҙыр­лыҡ кимәлгә етте. Лира Әхмәт ҡыҙының, Ринат Әлтәф улының геройҙары тура­һында әңгәмә ҡороу ҙа уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты. Татыулыҡҡа тауҙар ҡыҙыҡҡан, бер­ҙәм булып йәшәүгә ни етә, “Иман бар ерҙә әҙәп, тәүфиҡ бар” тигән һүҙҙәр әлеге осрашыуҙың девизы булды. Сараға ҡыҙҙарҙың мосолман әҙәбен һаҡлап, яулыҡ ябынып килеүе, бала­ларҙың ололарҙан һаулыҡ һорашыуы, һаубуллашып ҡайтып китеүе, үҙҙәрен әҙәпле тотоуы был ауылда бынан 140 йыл элек Зәйнулла ишан һалып киткән әҙәп, иман, тәртиптең һаман да һаҡланыуын һәм йәшәүен күрһәтте. Шул уҡ көндә Учалы районының үҙәкләштерелгән китапханаһында тағы бер сара үтте. Осрашыуға райондың ауыл китапханасылары ла йыйылды. Китапханасы Лея Таяр ҡыҙы әҙәби-мәҙәни программаны яҙыусылар ижадына арналған йөкмәткеле кино-телепроекция менән башлап ебәрҙе. Яҙылған әҫәрҙәр, ундағы геройҙар, ваҡыт ағыш­тары, заман проблемалары, яҙыусы һәм китап уҡыусылар, башҡорт әҙә­биәтен, тарихи шәхестәр яҙмышын алға әйҙәгән, һаҡлаған китапханасылар сығышы һорау-яуаптар менән тығыҙ үрелеп барҙы. Ринат Камал: “Хеҙмәт юлым Өргөн һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башланды. Шул йылдарҙы әле лә һағынып иҫкә алам. Ауылдың хозур тәбиғәте, ҡолас ташлап йөҙгән Өргөн күле – ғүмеремдең бер яҡты мәле. Ауыл халҡы, белем биргән уҡыусыларым һаман да күҙ алдында. Учалы еренә баҫыу менән тыуған яғым Мәсетлегә ҡайтҡан кеүек булдым, сөнки Учалы – Өргөн төйәге тыуған яғыма әйләнгән, бында дуҫтарым, фекерҙәштәрем, нәҫел-нәсәбем дә йәшәй”, – тип хәтирәләргә бирелде. Халҡыбыҙҙың әүлиәләрен яҙып танылған хажиә Лира Яҡшыбаева сығышын үҙенең “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” повесынан башланы. Йыйылыу­сыларға: “Йәшәгән еребеҙҙең ҡәҙерен беләйек. Тәбиғәтебеҙҙе, ер-һыуыбыҙҙы һаҡлайыҡ. Изге Ҡөрьәндә лә был хаҡта: “Тыуған ерегеҙҙе һаҡлағыҙ. Уны ташлап китмәгеҙ. Һеҙ китһәгеҙ, унда яттар килеп хужа булыр, ерҙәрегеҙҙе кире ҡайтарып ала алмаҫһығыҙ, тип әйтелә”, – тип мөрәжәғәт итте. Зәйнулла ишан Рәсүлев хаҡында яҙған “Хәҡиҡәт юлынан – мәңгелеккә” тигән тарихи-биографик романы хаҡында ла һөйләне. “Учалы минең өсөн бик ҡәҙерле, сөнки был изге ерҙә, Шәрип ауылында силсиләләр сылбырына ингән, ислам диненең иң бөйөк шәхестәренең береһе Зәйнулла Рәсүлев тыуған. Аҡҡужа ауылы мәсетендә эшләп, оло юлға сыҡҡан мәғрифәтсе лә ул. Тәҡдимем бар: Шәрип ауылы эргәһендә Зәйнулла ишан исемен йөрөткән ҙур, матур мәсет төҙөлһөн ине. Дин әһелдәренә һәйкәл ҡуйылмай. Дин әһелдәренең исемен мәңгеләштереп, манаралары күккә ашып торған мәсеттәр төҙөлә. Учалылар, һеҙ бик бәхетле халыҡ! Һеҙҙең бөтә мосолман донъяһында абруй ҡаҙанған Зәйнулла ишанығыҙ бар!” – тине Лира Миңләхмәт ҡыҙы. Ишанға арнап яҙған шиғырын да уҡып ишеттерҙе. Һин – халҡымдың рухи етәксеһе, Ҡөҙрәт эйәһе һин, баҡсыһы. Силсиләләр сылбырына ингән, Ерем иманының һаҡсыһы. Хәҡиҡәт юлынан мәңгелеккә Илтер ғәҙел, тоғро аҡ уйы; Рухиәтте юлдаш иткәндәргә Маяҡ булып ҡалыр хаҡ юлың. Сираттағы ижади сәфәр Сәфәр урта мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары, башҡа мәктәптәр уҡытыусылары, Учалы ҡала һәм район хакимиәттәренең мә­ғариф бүлеге белгестәре ҡатнашлы­ғында дәррәү башланып китте. Был төбәктә Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлин, күренекле шағирә, илһөйәр Рәмзилә Хисаметдинова тыуған, улар ошо мәктәптә белем алған. Педагогия фәндәре кандидаты, оҙаҡ йылдар Ҡунаҡбай урта мәктәбе директоры, һуңынан байтаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары булған, бик күп ғилми-методик хеҙмәттәр, дәреслектәр авторы, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре Миңдебай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтов та ошонда уҡыған. Был шәхестәр бөгөн Сәфәр ауылының ғына түгел, тотош район, республиканың милләт ғорурлығы ла. Мәктәптәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетының Миңдебай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтов исемен йөрөтөүе лә ҡунаҡтарҙың күңеленә бер дауа булды. Тағы шуныһы: бында башҡа мәктәптәрҙән айырылып торған рухи күтәренкелек һиҙелде. Быға әҙәби-музыкаль сараның бик йәнле барыуы, уҡыусыларҙың әүҙемлеге, яҙыусыларҙың уларҙың һорауҙарына яуаптары дәлил булды. Лира Яҡшыбаева иң әүҙем уҡыусыларға китаптарын бүләк итте. Яҙыусыларҙы Сәфәр ауылынан алыҫ түгел имам-хатиб Хәлит Ғарапов тарафынан яңыртылып эшләнгән Ишмәмбәк шишмәһенең шифалы һыуынан да ауыҙ иттерҙеләр. Ижад илселәре артабан Мансур ауылына, Әүлиәле Әүеш тауына менеп етеп, махсус хәрби операцияның тиҙерәк бөтөүенә, унда ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең имен-һау үҙ ғаиләләренә ҡайтып етеүҙәренә арнап доға ҡылды. Учалы төбәгенең күренекле шәхес­тәре иҫтәлегенә арналған ижади сәфәр киләсәктә лә дауам итер. Ижад маһир­лығына йә иһә ижад ҡаһарманлығына тиң әҫәрҙәр бүләк иткән Лира Яҡшыбаеваға, Ринат Камалға барлыҡ учалылар исеменән сәләмәтлек, ижади рух бейеклеге теләйбеҙ. Рәүеф ШАҺИЕВ, филология фәндәре кандидаты Учалы районы.