Яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбайҙың былтыр “Ағиҙел” журналында баҫылып, уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан “Йән” романы Сибай, Магнитогорск ҡалаларында айырым китап булып баҫылып сыҡты. Күп уҡыусылар уны ҡайҙан һатып алырға тип ҡыҙыҡһына. Ошо һәм башҡа төрлө һорауҙарға яуап алырға теләп, автор менән әңгәмәләштек. – Наил ағай, яңы әҫәрегеҙҙең исеменән үк серлелек бөркөлөп тора. Йән хаҡында яҙыуға нимә этәргес булды? – Үткән быуаттың 80-се йылдарында, Мәскәүҙә Юғары әҙәби курста белем алғанда Америка ғалимы Раймонд Моудиҙың “Үлгәндән һуң тормош” тигән китабын уҡырға тура килде. Унда 200-гә яҡын кешенең клиник үлем ваҡытында ниҙәр күреп кисергәне һүрәтләнгән. Хайран ҡалырлыҡ китап. Шунан һуң эзотерика, психология менән мауығып киттем. 90-сы йылдарҙа шул темаға пьеса ла яҙҙым, ләкин ул бер театрҙа ла ҡуйылманы. Сибегерәк ине. Бер нисә тапҡыр төҙәтеп ҡараным. Ә 2020 йылда уны романға әйләндерергә ҡарар иттем. Шулай тыуҙы ул “Йән” романы. – Тимәк, ғәжәйеп хәлдәр тормоштағы осраҡтарға нигеҙләнә булып сыға? – Тап шулай. Ошо темаға һөйләшкәндә, бигерәк тә роман “Ағиҙел” журналында баҫылып сыҡҡас, бик күп кеше, миңә килеп, клиник үлем ваҡытында тәнен ҡалдырып осоп китеүҙәрен һөйләне. Ҡөрьәндә лә был хаҡта бер нисә тапҡыр әйтелә бит. Романға эпиграф итеп изге китабыбыҙҙағы бер аятты алдым. Унда: “Нисек Аллаға ышанмайһығыҙ? Һеҙ үлек инегеҙ, әммә ул терелтте. Ул һеҙҙе тағы үлтерер, йәнә терелтер”, тиелә (2-се сүрә, 28-се аят). – Романығыҙ былтыр ғына “Ағиҙел”дә баҫылғайны, журналдың йыл лауреаты итеп тә билдәләндегеҙ. Быйыл инде әҫәрҙе китап итеп сығарыуға өлгәштегеҙ. Ғәҙәттә, романдар нәшриәттә оҙаҡ йылдар сират көтә, тиҙәр... – Сибайҙа йәшәгән эшҡыуар, психолог Айбулат Ураҙбахтин, “Йән”де уҡып, бик оҡшатҡан. Унда яҙғандарға ысын күңелдән ышана, эзотерика менән ҡыҙыҡһына, үҙе лә бик диндар кеше. Китапты ул үҙ иҫәбенә баҫтырып сығарҙы. Ошо изгелеге өсөн ихлас рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. – Хәҙер әҙәби әҫәрҙәр уҡырға яратҡан күптәрҙә ошондай һорау тыуа: баҫманы ҡайҙа һатып алырға була? – Бик күптәр китапты интернет аша һатып ала башланы. Айбулат менән бергәләп Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Белорет, Бөрйән райондарында осрашыуҙар үткәреп, шунда лекциялар уҡып, китапты һатыуҙы ла ойоштормаҡсыбыҙ. Теләгәндәр мөрәжәғәт итә башланы ла инде. Ә Өфөлә “Китап” нәшриәтенең магазинында һатыла. – Уҡыусылар менән осрашыуҙарҙы ниндәйерәк итеп ойошторорға уйлайһығыҙ? Психолог менән яҙыусының бергә сығыш яһағанын ошоғаса күргән юҡ ине, хатта сәйерерәк тә... – Һәр яҙыусы – шул уҡ психолог ул. Ә был сығыштар, нигеҙҙә, “Йән” романы тураһында буласаҡ. Мин – уның авторы, ә Айбулат Ураҙбахтин – нәшерсеһе. Икебеҙ ике юл менән ҡыҙыҡлы өлкәне өйрәнә башлағанбыҙ. Һөйләр өсөн уртаҡ темалар күп. Уҡыусыларға күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирербеҙ, тип уйлайым. Һорауҙар ҙа булыр. Хәҙер күп кеше ошо йүнәлеш менән ҡыҙыҡһына. – Дөйөм алғанда, роман нимә хаҡында? – Әҫәрҙең төп темаһы – кешенең тәне үлһә лә, йәне үлемһеҙ, аҙаҡ ул яңы тәндә тағы яҡты донъяға ярала. Былар әҫәрҙең фоны, тиергә була. Ә былай роман психологик детектив рәүешендә яҙылды, йәғни ул мажаралы әҫәр. Уны мауыҡтырғыс, уҡымлы итергә тырыштым. “Ағиҙел”дә баҫылғас, күптәр шылтыратты, уны айырыла алмай уҡыуҙары тураһында әйтте. Әҫәрҙә һағышлы мөхәббәт тә, хыянат та бар. Ауыр хәлгә тарығанда унан сығыу юлдарын табыу хаҡында уйланыуҙар, психологик кәңәштәр ҙә бар китапта. Бөгөнгө кеше ниндәй уй-ниәт менән йәшәй, нимәләр хаҡында ҡыҙыҡһына – шуларҙы күрһәтергә тырыштым. Уңышлы килеп сыҡты, шикелле. Осрашыуҙар мәлендә бик ҡыҙыҡлы һорауҙар бирәләр, хатта әҫәрҙең дауамын яҙыуымды һорайҙар. Айбулат та “Йән”дең икенсе китабын көтәбеҙ” тигән фекерен белдерҙе. – Улай булғас, романдың дауамы булырмы? Бынан күп йылдар элек, инде үткән быуатта, яҙылған “Ҡара ҡумта” исемле повестарығыҙ серияһы кеүек итергә уйлайһығыҙмы? – “Ҡара ҡумта” ла бер генә повестан торорға тейеш ине ул. Уҡыусыларҙан, дауамын яҙыуҙы һорап, күп хат килде. Өс повесть яҙып туҡтарға уйлағас, “Башҡортостан пионеры” гәзитенең (хәҙерге “Йәншишмә”) беренсе битендә, иң өҫкә ҙур хәрефтәр менән “Наил ағай, повесть давай” тип яҙып, тағы өс повесть ижад иттерҙеләр. Геройҙарымды яратып яҙҙым. Хатта уларҙы 18 йәшкә еткереп, мауығыуҙарының ысын, оло мөхәббәткә әүерелгәнен күрһәтергә ниәт бар ине. – Ә ниңә туҡтап ҡалдығыҙ? – Яҙыусылар асыуланды, “Бөтмәҫ әҫәр буламы? Туҡтат халтура яҙыуыңды”, – тинеләр (көлә. – Р.Ғ.). Баҡтиһәң, уҡыусылар менән осрашыуға барһалар, “Наил Ғәйетбай “Ҡара ҡумта”ның дауамын яҙамы?” тип, ғөмүмән, шул әҫәр тураһында һорауҙар бирәләр икән. Шул сәбәпле туҡтарға тура килде. – Әлеге мәлдә ниндәй әҫәрҙәр ижад итәһегеҙ? – Яңыраҡ ҡына бер театрҙың һорауы буйынса тарихи драма яҙып бөттөм. Пландар күп. Ҡайһыһына тотонорға белмәйерәк торам. – Төрлө театрҙарҙа премьераларығыҙ ҡуйылып тора. Сәхнәләштерелгән һуңғы пьесаларығыҙ хаҡында һөйләгеҙ әле. – Март-апрель айҙарында Сибайҙың А. Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театрында “Һинән – фатир, минән – ир” исемле, Туймазы театрында “Ҡыҙҙар, ишек асығыҙ!” тигән комедияларым ҡуйылды. Халыҡ бик яратып ҡараны, үҙем дә ҡуйылыштан ҡәнәғәт ҡалдым. – Ҡыҙыҡлы фекерҙәрегеҙ өсөн рәхмәт. Яңы ижади уңыштар һеҙгә, Наил ағай! Р. ҒАТАУЛЛИНА