М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Шәһит Хамматовтың “Тураһын әйткәндә...” тип аталған проекты инде икенсе миҙгел эшләп килә. Унда йәмәғәтселек танып-белгән шәхестәр менән күҙмә-күҙ аралашыу рәүешендә осрашыуҙар ойошторола. Башҡортостан, Рәсәй Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Күгәрсен районының Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рәзилә Ырыҫҡужина проекттың сираттағы ҡунағы итеп саҡырылды. Былтыр З. Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә донъя күргән “Моң” исемле китабының исем туйына әүерелгән сарала әҙибәнең күп төрлө ижадына байҡау яһалды. Театр актерҙары башҡарыуында шиғри композициялар иһә автор шиғырҙарына яҙылған йырҙар менән аралашып барҙы, юмористик хикәйәләре актерҙар тарафынан сәхнәләштерелде. Бер уңайҙан алып барыусы Шәһит Хамматов Рәзилә Ырыҫҡужина менән йәнле һөйләшеү ҙә ҡорҙо. Театрҙың бәләкәй сәхнәһе был кистә аралашыу ҡаҙанын хәтерләтте, сөнки сарала ҡатнашҡан актерҙар ҙа, тамашасы ла – барыһы ла залда урын алғайны. Уйламағанда ғына тамашасылар араһынан йырларға йәки уйында ҡатнашырға теләгәндәр килеп сығып, сәхнәгә күтәрелеүе лә бик йылы, ихлас ҡабул ителде. Бер өҫтәл янында табындаштар йыйылғанын хәтерләтте кисә. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, музыка белгесе, сәнғәт фәндәре докторы Гөлназ Ғәлина аҙаҡ: “Йөкмәткеле, зауыҡлы, йәнле аралашыу килеп сыҡты. Рәзиләнең hүҙҙәренә ижад ителгән йырҙарҙы Милли йәштәр театры актерҙары башҡарҙы, китап авторы кисәне алып барыусының да, тамашасыларҙың да байтаҡ ҡына hорауҙарына тапҡыр, ҡыҙыҡлы яуаптар бирҙе. Сәнғәт иң элек шуның өсөн, ыңғай хистәр тыуҙырып, халыҡтың күңелен күтәрер, рухын нығытыр өсөн кәрәк”, – тип сәхифәһендә фекерен уртаҡлашты. Кисә тамамланғас та, тамашасылар проект геройы менән әңгәмәләшеүҙе дауам итте, сөнки яҙыусы ижадын тамашасы алдына ошолай итеп сығарғаны юҡ ине. Күңел байрамына әйләнгән осрашыуҙан алған тәьҫораттар оҙаҡ һаҡланыр әле. Р. МӨФТӘХЕТДИНОВА