Ҡыярҙың һыу яратҡаны һәр кемгә билдәле. Һәр төбөнә 2-3 литр иҫәбенән даими һыу һибергә кәрәк. Аҙнаһына бер тапҡыр 10 литр һыуға “Гуми” (2 балғалаҡ) йәки “Богатый Овощи” (2 аш ҡалағы) биопрепараттары өҫтәү яҡшы. Һыуҙы 3-5 көнгә бер тапҡыр һибеү файҙалы (һауа шарттарына ҡарап). Шулай итһәң, ҡоро тупраҡта ҡалған тамырҙар һыу эҙләп ян-яҡҡа үрелә башлай, тимәк, үҫә. Ғөмүмән, тамырҙарҙы һыуға батырып ҡуйырға ярамай, сөнки уларға кислород та кәрәк. Ҡыяр һәйбәтләп үҫеп китһә, уны шпагат менән шпалерға бәйләп ҡуябыҙ. Тәүге өс быуын араһындағы (ҡуйындағы) күҙҙәрҙе алабыҙ: бөтә ҡыярсыҡтарҙы һәм үренделәрҙе алып ташлайбыҙ. Үҫемлектәр үҙенең көсөн емеш өлгөртөүгә түгел, ә нығынып үҫеп китеүгә тотонорға тейеш. Һабаҡтағы артабанғы ҡыярҙарҙы ҡалдырабыҙ, сираттағы 6-7 ҡуйында ла үренделәрҙе алып ташлайбыҙ. 8-9-сыла үренделәр ҡала, ә беренсе япраҡ сыҡҡас, үренденең осон семтеп ташлайбыҙ. 10-12-се ҡуйындарҙа үренделәрҙең икешәр япрағын ҡалдырабыҙ ҙа осон семтейбеҙ. Шпалерға яҡыная килә үренде