Республиканың күпселек райондарында ҡышты сыҡҡан болон күбәләктәренең күбәйеүе тураһында хәбәр тиҙ таралды. Айырыуса Бәләбәй районында улар күп. Йомортҡаларынан сыҡҡан ҡарышлауыҡтар, ауыл хужалығы культураларынан тыш, баҡсаларға ла ҙур зыян килтерә. Эҫе һәм ҡоро һауа торошо уларҙың тиҙ үрсеүенә булышлыҡ итә. “Ирәмәл” тәбиғәт паркы инспекторҙары емеш ағастарын энәлек күбәләге ҡарышлауыҡтары баҫҡанын хәбәр итә. Дарыу ҡулланырға теләмәгән инспекторҙар ҡарышлауыҡтар айырыуса күп урындарҙа уларҙы ҡул менән йыйып алған. Ҡарышлауыҡтар муйыл, алмағас һәм башҡа емеш ағастарының япраҡтары менән туҡланырға ярата икән. Баҡһаң, был күбәләктәр меңләгән йомортҡа һалып, ҙур зыян килтерә. Белорет районында ошо уҡ ҡарышлауыҡтарҙы йәш натуралистар менән бергәләп йыйғандар. Ике меңдән ашыу ҡарышлауыҡты юҡ иткәндәр. – Ҡоротҡостар ағастарҙың иммунитетын көсһөҙләндерә. Йылы һәм дымлы һауа торошо уларҙың үҫешенә һәйбәт йоғонто яһай. Быйыл төрлө ҡоротҡостар әүҙемләште. Быға тиклем ҡоротҡостарға ҡаршы урман ху